Бикбулат ауылында тыуып үҫкән беҙҙең иң ҡәҙерле кешебеҙ Сафин Рөстәм Бикбулат улы тәбиғәттең иң хозур мәлендә, 31 май көнө, 35 йәшен билдәләй. Беҙ уны матур юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Татыу ғаиләлә үҫкән тырыш егет, уҡып сығып, армияла хеҙмәт итеп ҡайтты. Хәҙерге ваҡытта Мораҡ ауылында йорт һалып, ҡатыны менән ике бала үҫтерәләр. Ғәзизебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, ғаилә именлеге, алдағы ғүмер юлында тағы ла бейегерәк үрҙәр, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Һәр ваҡыттағыса тырыш, ғәҙел, мөләйем булып ҡал. Балаларыңа өлгө булып, яҡындарыңа терәк-таяныс булып, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Беҙ һине ныҡ яратабыҙ, ихтирам итәбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, гел алға ғына атла.
Иң изге теләктәр менән ата-әсәйең, ҡатының Гүзәл, ҡыҙың Нәргизә, улың Данис.