Бөгөн, ғинуар айының сатлама һыуыҡ көнөндә донъяға килгән тормош иптәшем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ Әбдрәхимов Таһир Мәхийән улын 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Яҡын кешебеҙгә күңелебеҙҙәге иң саф, матур теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ: оҙон ғүмер, бәхет, шатлыҡтар, эшендә, алдағы тормошонда уңыштар һәм иң мөһиме – ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һаман шулай көслө башҡорт рухлы, ир уҙаманы, изге күңелле атай, ҡартай булып ҡал. Хоҙай Тәғәлә донъя ҡыуаныстарынан, күңел тыныслығынан, сәләмәтлектән айырмаһын. Йортобоҙҙоң ҡотон һаҡлап, ғаиләңде ҡурсалап, яҡлап, балаларың, ейәндәрең менән бәхетле оҙон ғүмер итергә яҙһын. Изге хыялдарың тормошҡа ашһын, Хоҙай Тәғәлә һиңә көс, дәрт өҫтәһен.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,
Күк йөҙөндәге йондоҙоң юл асһын,
Яғымлы-шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын беҙгә,
Көндәребеҙҙе шатлыҡ, ҡыуаныстар биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет урап үтмәһен.
Фәрештәләр һаҡлап торһон –
Һәр көн иртән сыҡҡан юлыңды.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Дания, ҡыҙҙарың Юлиә, Лиана, кейәүең Игорь, ейәнең Артем.
Мораҡ ауылы, Өфө ҡалаһы.