Ошо көндәрҙә иң ҡәҙерле кешебеҙ – атайыбыҙ Фазлаев Сулпан Мәсләх улына 80 йәш тула. Ул әсәйебеҙ Хәнифә Төхфәт ҡыҙы менән 55 йыл иңгә-иң терәшеп, матур ғүмер кисерәләр, биш балаға ғүмер һәм матур тәрбиә биреп, оло тормош юлына сығарҙылар.
Атайыбыҙ, беҙ һине ысын күңелдән олпат ғүмер байрамың менән ҡотлайбыҙ! Һиңә иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер, балаларыңдың изгелеген күреп, әсәйебеҙ менән
бергә тағы ла оҙон-оҙаҡ йылдар бәхетле йәшәргә насип булһын.
Атайыбыҙ, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып,
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың исеменән ҡыҙың Раушания, кейәүең Азат һәм уларҙың балалары.