Әлмәс ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Килсенбаева Гөлнара Фәрит ҡыҙын 50 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Уға оҙон ғүмер, бәхет - шатлыҡтар, уңыштар һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ - уңған хужабикә, наҙлы әсәй ҙә, туған йәнле лә ул. Оҙаҡ йылдар мәктәптә балаларға белем бирә, юғары категориялы уҡытыусы ла ул.
Сабыр ҙа һин, ябай кешелекле,
Ҡылған эшең бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын мәңгелек.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Беҙ теләйбеҙ һаулыҡ, бәхет
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә!
Иң изге теләктәр менән атайың, әсәйең, абзыйың Фәнил, еңгәң Фиәгөл, һылыуың Гөлнур, кейәүең Олег һәм уларҙың балалары.
Үрге Сирбай һәм Семиречье ауылдары.