Мораҙым
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
16 Ноябрь 2021, 09:13

Мәүлиева Елена Миңнәхмәт ҡыҙына ҡотлау

Ҡалдар ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәүлиева Елена Миңнәхмәт ҡыҙын 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.   Ҡәҙерлебеҙ, ихласлығың, яғымлылығың, ябайлығың менән кешеләр күңелен яуланың. Һәр ваҡыт шулай  йомшаҡ, киң күңелле, ярҙамсыл булып ҡал. Ҡулдарың оҫта, күңелең киң, ниәттәрең изге, яҡыныбыҙ. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, ҡояштай балҡыған алсаҡ йөҙөңдән ихлас йылмайыу, беләгеңдән көс-ғәйрәт, күңелеңдән тыныслыҡ, тәнеңдән сихәт, тормошоңдан бәрәкәт китмәһен, атайыбыҙ менән тигеҙлектә, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең бәхетенә һөйөнөп, оҙон ғүмер кисерергә наисп булһын. Аҡыллылығың, уңғанлығың – ғаиләбеҙҙең татыулығы нигеҙе. Һинең беҙҙең арала булыуың донъябыҙҙы йәмләй, шатлығыбыҙҙы ишәйтә. Аллаһы Тәғәлә үҙеңә нурлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын!  Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,  Яҡшылығың менән үрнәк һин.  Ауыр саҡта һиңә таянабыҙ –  Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин. Ирең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Мәүлиева Елена Миңнәхмәт ҡыҙына ҡотлау
Мәүлиева Елена Миңнәхмәт ҡыҙына ҡотлау

Ҡалдар ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Мәүлиева Елена Миңнәхмәт ҡыҙын 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.  

Ҡәҙерлебеҙ, ихласлығың, яғымлылығың, ябайлығың менән кешеләр күңелен яуланың. Һәр ваҡыт шулай  йомшаҡ, киң күңелле, ярҙамсыл булып ҡал. Ҡулдарың оҫта, күңелең киң, ниәттәрең изге, яҡыныбыҙ. Йөрәгеңдән дәрт-дарман, ҡояштай балҡыған алсаҡ йөҙөңдән ихлас йылмайыу, беләгеңдән көс-ғәйрәт, күңелеңдән тыныслыҡ, тәнеңдән сихәт, тормошоңдан бәрәкәт китмәһен, атайыбыҙ менән тигеҙлектә, балаларың һәм ейән-ейәнсәрҙәрең бәхетенә һөйөнөп, оҙон ғүмер кисерергә наисп булһын. Аҡыллылығың, уңғанлығың – ғаиләбеҙҙең татыулығы нигеҙе. Һинең беҙҙең арала булыуың донъябыҙҙы йәмләй, шатлығыбыҙҙы ишәйтә.

Аллаһы Тәғәлә үҙеңә нурлы оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, рухи сәләмәтлек, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын!

 Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,

 Яҡшылығың менән үрнәк һин.

 Ауыр саҡта һиңә таянабыҙ –

 Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.

Ирең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: