Ҡәҙерлебеҙ 1941 йылдың 10 октябрендә Әхмәр Хөсәйен улы һәм Зөбәйҙә Сәхәп ҡыҙы Сафиндарҙың татыу ғаиләһендә тәүге бала булып донъяға ауаз һала. Ишле ғаиләлә ата-әсәһенә ярҙамсы, биш ҡустыһына, бер һылыуына өлгөлө ағай булып ир-егет ҡорона етә.
Урта мәктәпте тамамлағас та Күгәрсен совхозының Урал бүлексәһендә эш юлын башлап ебәрә. Шул уҡ йылдың ноябрь айында Совет Армияһы сафына алына. 3 йыл дауамында Ленинград ҡалаһында Балтика диңгеҙ флотында моряк булып хәрби бурысын үтәй. Ышаныслы тоғро хеҙмәте өсөн командованиеның маҡтау грамотаһына лайыҡ була.
Хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, атайыбыҙ Күгәрсен совхозының Урал бүлексәһенә тракторист булып эшкә урынлаша. Ошо ваҡыттан алып хаҡлы ялға сыҡҡансы ул ең һыҙғанып совхоз эше менән янып йәшәй. Яҙғы сәсеү ваҡытында тракторы менән баҫыу ҡырҙарында геүләһә, ҡыҙыу ураҡ мәлендә комбайнының бункерын туҡ башаҡтар менән тултыра. Һөҙөмтәлә, бөгөнгө көндә атайыбыҙ 41 йыллыҡ алдынғы тырыш хеҙмәте өсөн Хеҙмәт ветераны тигән маҡтаулы исемгә эйә.
Йәркәй Әхмәр улы хәстәрлекле, ышаныслы ғаилә башлығы ла. Һөйөклө тормош иптәше Шәүрә Ғәлийән ҡыҙы менән 50 йылдан артыҡ ҡулға-ҡул тотоношоп тормош юлы буйлап баралар. Уларҙың ғаиләһе Бикбулат ауылының йөҙөк ҡашы булған иң өлгөлө ғаиләләренең береһе булып тора.Үҙе кеүек аҡыллы һәм уңған ҡатыны Шәүрә менән береһенән-береһе һылыу, береһенән-береһе алсаҡ, береһенән-береһе егәрле сәскә кеүек алты ҡыҙ балаға ғүмер бүләк иттеләр. Ҡыҙҙарын намыҫлы, тырыш хеҙмәт өлгөһөндә тәрбиәләп, уларҙы үҙ аллы тормош юлына баҫтырҙылар. Улар бөгөнгө көндә илебеҙгә кәрәкле һөнәр эйәләре булып медицина, мәғариф өлкәләрендә, шулай уҡ башҡа сфераларҙа тырышып эшләп йөрөйҙәр.
Әлеге кѳндә Йәркәй Әхмәр улы ҡатыны Шәүрә менән алты ҡыҙына терәк-таяныс, кейәүҙәренә яратҡан ҡайны-ҡәйнә, 14 ейән-ейәнсәренә, 4 бүлә-бүләсәренә яғымлы олатай-өләсәй булып хаҡлы ялда бәхетле тормош кисерәләр. Ауылыбыҙҙа балҡып, үҙенә тартып торған атай-әсәй йорто Өфө, Салауат, Мәләүез, Сорғот, Санкт-Петербург ҡалаларына, Мораҡ, Бикбулат ауылдарына таралышҡан балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә ҡайтып һыйыныр усаҡ, осрашып, күңелебеҙ туйғансы һөйләшер урын булып тора. Татыу ғаилә усағының йылыһы шулай уҡ башҡа барлыҡ яҡын туғандарҙы бергә тупларға ла етә.
Оло юбилейы менән тәбрикләп, ҡәҙерле юбилярыбыҙға ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Рәхмәт атай!
Һинең уңғанлығың, тырышлығың, балаларыңа һөйөүең, туғандарыңа ярҙамсыл булыуың беҙгә үрнәк булып тора. Беҙ һинең менән бик бәхетлебеҙ һәм сикһеҙ ғорурланабыҙ. Киләсәктә изгелектәр күреп, ҡәҙерле, һөйкөмлө булып йәшәргә булһын. Оҙон, бәхетле ғүмер теләйбеҙ!
Изгелектең саф өлгөһө булып
Һин тораһың,атай, тормошта.
Атай, тиеп әйтер кешең булғас,
Рәхмәтлебеҙ ошо яҙмышҡа.
Матур көҙ айында тыуғанғамы,
Һәр саҡ изге, атай, күңелең.
Әсәйгә - пар, беҙгә - терәк булып,
Үтһен ине ҡалған ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Шәүрә, ҡыҙҙарың Гөлшат, Сөмбөл, Гөлсәсәк, Алһыу, Зөлфиә, Илһөйәр, кейәүҙәрең Рәшит, Алик,Урал, Раян, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.