Мораҙым
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
5 Октябрь 2021, 08:18

Абдуллина Гөлдәр Нурулла ҡыҙына ҡотлау

Үҙенең мәҡәләләре аша район йылъяҙмаһын булдырыуға сикһеҙ өлөш индергән  хеҙмәттәшебеҙ – “Кугарчинские вести” гәзите хәбәрсеһе Абдуллина Гөлдәр Нурулла ҡыҙын матур ғүмер байрамы – 60 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ!  Эш, иң тәү сиратта, күңелгә ҡыуаныс, ҡәнәғәтлек бирергә тейеш, тиҙәр. Был һүҙҙәр нәҡ Гөлдәр Нурулла ҡыҙы хаҡында әйтелгән кеүек. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған коллегабыҙ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, З.Биишева һәм Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияларға лайыҡ булды. Ул һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында ҡайнай, тыуған районы, яҡташтары мәнфәғәте өсөн эшләй. Районда ул ул белмәгән һәм уны белмәгән кеше бармы икән?! Ҡайҙа ғына булһа ла ул  - һәр ваҡыт, һәр ерҙә үҙ кеше. Кешелеклелеге, ярҙамсыллығы менән райондаштарыбыҙ араһында оло хөрмәт ҡаҙанған абруйлы коллегабыҙ ололарға - ололоҡло, кеселәргә – кеселекле булыуҙа барыһына ла ҙур өлгө булып тора.  Һәр ваҡыт шулай көслө рухлы, алдынғы ҡарашлы, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар тулы көндәр, ижади балҡыштар теләйбеҙ.

Абдуллина Гөлдәр Нурулла ҡыҙына ҡотлау
Абдуллина Гөлдәр Нурулла ҡыҙына ҡотлау

Үҙенең мәҡәләләре аша район йылъяҙмаһын булдырыуға сикһеҙ өлөш индергән  хеҙмәттәшебеҙ – “Кугарчинские вести” гәзите хәбәрсеһе Абдуллина Гөлдәр Нурулла ҡыҙын матур ғүмер байрамы – 60 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ!

 Эш, иң тәү сиратта, күңелгә ҡыуаныс, ҡәнәғәтлек бирергә тейеш, тиҙәр. Был һүҙҙәр нәҡ Гөлдәр Нурулла ҡыҙы хаҡында әйтелгән кеүек. Үҙ һөнәренең оҫтаһы булған коллегабыҙ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә, З.Биишева һәм Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге премияларға лайыҡ булды. Ул һәр ваҡыт ваҡиғалар уртаһында ҡайнай, тыуған районы, яҡташтары мәнфәғәте өсөн эшләй.

Районда ул ул белмәгән һәм уны белмәгән кеше бармы икән?! Ҡайҙа ғына булһа ла ул  - һәр ваҡыт, һәр ерҙә үҙ кеше. Кешелеклелеге, ярҙамсыллығы менән райондаштарыбыҙ араһында оло хөрмәт ҡаҙанған абруйлы коллегабыҙ ололарға - ололоҡло, кеселәргә – кеселекле булыуҙа барыһына ла ҙур өлгө булып тора.

 Һәр ваҡыт шулай көслө рухлы, алдынғы ҡарашлы, ярҙамсыл булып ҡалығыҙ. Һеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, шатлыҡ-ҡыуаныстар тулы көндәр, ижади балҡыштар теләйбеҙ.

Автор:
Читайте нас: