Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
28 Август 2021, 08:40

Әмирова Вәсилә Зәки ҡыҙына ҡотлау

Хоҙайбирҙин ауылында йәшәүсе ҡәҙерле апайыбыҙ Әмирова Вәсилә Зәки ҡыҙын күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Әмирова Вәсилә Зәки ҡыҙына ҡотлау
Әмирова Вәсилә Зәки ҡыҙына ҡотлау

Вәсилә апайыбыҙ уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килде һәм үҙе лә бөтә ғүмерен балалар уҡытыуға һәм тәрбиәләүгә бағышланы. Вәсилә Уның ҡаҙаныштарын уҡыусыларында күрергә мөмкин, сөнки улар әле лә уҡытыусылары биргән тәрбиә, нәсихәт менән тормош тигән оло юлдан һис тайпылмайынса атлайҙар. Күптәре апайыбыҙ һалған һуҡмаҡтан алға табан баралар. Вәсилә Зәки ҡыҙы оҙаҡ йылдар Хоҙайбирҙин музейын етәкләне. Был изге эшкә лә ул бөтә күңелен биреп, намыҫлы хеҙмәт итте. Ҡәҙерлебеҙҙең тормош һәм хеҙмәт юлы күптәргә өлгө. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ!

 Вәсилә Әмированың башҡарған эштәре, намыҫлы хеҙмәте етәкселек тарафынан лайыҡлы баһаланды. Ул Башҡортостан Республикаһының, БР Мәғариф министрлығының, райондың һәм мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталарына, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән юғары исемгә лайыҡ булды.

 Апайыбыҙ ата-әсәйебеҙҙе һуңғы көндәренәсә матур итеп тәрбиәләне. Әле лә ҡәҙерле кешебеҙ тыуған йортобоҙҙоң утын һүндермәй, нигеҙен һыуытмай, матур итеп донъя көтә, беҙҙе ҡаршы алып, ҡунаҡ итеп, оҙатып ҡала. Барыһы өсөн дә һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Автор:Розалия Искужина
Читайте нас: