Мораҙым
-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
10 Февраль 2021, 12:37

Кинйәбаева Рәшиҙә Хамбат ҡыҙына ҡотлау

Бикбулат ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, бейемебеҙ, өләсәйебеҙ Кинйәбаева Рәшиҙә Хамбат ҡыҙын 80 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!Оло йәнле, сабыр холоҡло, киң күңелле, беҙгә һәр ваҡыт төплө кәңәштәрен биреп йәшәүсе ҡәҙерле кешебезгә бәхетле көндәр, оҙон ғүмер, ауырыуҙарға бирешмәй йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын. Һәр ваҡыт сабыр, мәрхәмәтле булып, барыбыҙҙы туплап, яратып йәшәй белеүең менән үрнәк һин беҙгә, әсәй. Беҙҙе һөйөп, матур тәрбиә биреп үҫтерҙең. Ярҙам кәрәк булғанда йәнен бүлеп бирергә әҙер булған әсәйебеҙгә ниндәй генә рәхмәттәр әйтһәк тә аҙ булыр. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, бәхетебеҙ тулы. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын! Йөрәгеңдә – әсә мөхәббәте, Беҙҙең өсөн генә йәшәйһең. Эй, ҡәҙерлем, ынйы бөртөгөм һин, Бәхет йондоҙом һин, әсәйем! Тиңләр инем һине тулған айға, Саф йөрәгең айҙан нурлыраҡ. Тиңләр инем һине ал ҡояшҡа, Күңел наҙың, әсәй, йылыраҡ. Бала сағым, матур бала сағым Әсә һөйөүенә күмелгән. Һис кәрәкмәй башҡа һүҙҙәр. «Әсәй»! – Шул һүҙ менән барыһы әйтелгән.Барлыҡ балаларың исеменән ҡыҙың Әнисә.

Бикбулат ауылында йәшәүсе ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, бейемебеҙ, өләсәйебеҙ Кинйәбаева Рәшиҙә Хамбат ҡыҙын 80 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Оло йәнле, сабыр холоҡло, киң күңелле, беҙгә һәр ваҡыт төплө кәңәштәрен биреп йәшәүсе ҡәҙерле кешебезгә бәхетле көндәр, оҙон ғүмер, ауырыуҙарға бирешмәй йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын. Һәр ваҡыт сабыр, мәрхәмәтле булып, барыбыҙҙы туплап, яратып йәшәй белеүең менән үрнәк һин беҙгә, әсәй. Беҙҙе һөйөп, матур тәрбиә биреп үҫтерҙең. Ярҙам кәрәк булғанда йәнен бүлеп бирергә әҙер булған әсәйебеҙгә ниндәй генә рәхмәттәр әйтһәк тә аҙ булыр. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, бәхетебеҙ тулы. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Йөрәгеңдә – әсә мөхәббәте,
Беҙҙең өсөн генә йәшәйһең.
Эй, ҡәҙерлем, ынйы бөртөгөм һин,
Бәхет йондоҙом һин, әсәйем!
Тиңләр инем һине тулған айға,
Саф йөрәгең айҙан нурлыраҡ.
Тиңләр инем һине ал ҡояшҡа,
Күңел наҙың, әсәй, йылыраҡ.
Бала сағым, матур бала сағым
Әсә һөйөүенә күмелгән.
Һис кәрәкмәй башҡа һүҙҙәр. «Әсәй»! –
Шул һүҙ менән барыһы әйтелгән.
Барлыҡ балаларың исеменән ҡыҙың Әнисә.
Читайте нас: