Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
1 Ғинуар 2021, 02:00

Илнур Ҡунысбаевҡа ҡотлау

Моңһоу көҙҙәргә сағыу нурҙар өҫтәп, күңелебеҙҙе байытып, донъябыҙҙы балҡытып Юлдыбай ауылында донъяға килгән икенсе улыбыҙ Ҡунысбаев Илнур Рафаил улы үҙенең күркәм юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан беҙ уға йөрәк түренән сыҡҡан ихлас теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Донъяла йәшнәп йәшәр өсөн иң мөһиме – һаулыҡ, шунан Хоҙай мәхрүм итмәһен! Зөлфиә киленебеҙ менән бер-берегеҙҙе ҡәҙерләп, бер-берегеҙгә кәрәк, бер бөтөн булып оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Улдарыңа өлгөлө атай, беҙгә оло терәк, киленебеҙгә пар ҡанат булырға насип итһен Аллаһы Тәғәлә! Бөгөнгөләй алсаҡ, кешелекле, егәрле булып ҡал! Эштәреңдә уңыштар, тормошоңда бәхетле мәлдәр күберәк булһын, ҡайғы-хәсрәттәр күрмәй именлектә генә йәшәүеңде теләйбеҙ.

Ғүмер байрамы ул – тыуған көнөң,

Яҡындарың булһын яныңда.

Мөхәббәтле, татыу йәшәгеҙ һеҙ

Зөлфиәбеҙ менән тағын да!

Рәхмәт тибеҙ һиңә саф күңелдән

Яҡты йөҙөң, яҡшы һүҙеңә.

Ата-инә фатихаһы алып

Изгелектәр ҡайтһын үҙеңә!

Ғүмер бирһә Хоҙай, һаулыҡ бирһен –

Изгеләрҙән изге теләгем.

Һуңғы һулышымды алғанда ла

“Балам” тиеп типһен йөрәгем!

Иң изге теләктәр менән атай-әсәйең Миңһылыу һәм Рафаил Ҡунысбаевтар, тормош иптәшең Зөлфиә, улдарың Инсаф, Афзал, Иҙел, абзыйың Рәфҡәт, еңгәң Флүзә, туғаның Рамазан.

Юлдыбай ауылы.

Читайте нас