Мораҙым
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
20 Июль 2020, 12:36

Байтуғанова Гөлшат Шамил ҡыҙына ҡотлау

Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, ҡатыным, әсәйебеҙ, апайым Байтуғанова Гөлшат Шамил ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы – юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!Хоҙай уға ҡатын-ҡыҙға хас барлыҡ күркәм сифаттарҙы бүләк иткән. Ҡәҙерлебеҙ – изге йөрәкле, яғымлы әсә, ышаныслы тормош юлдашы, йорт усағын һүрелтмәй һаҡлаусы уңған, тилбер хужабикә, таянырлыҡ апай. Кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ Рифат менән ҡаҡшамаҫ ғаилә ҡороп, бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап, тормош йөгөн бергә тарталар, ғәзиз ҡолонсаҡтары – Нияз менән Иҙелде уңыштарға, яҡты хыял-өмөттәргә дәртләндереп, ата-әсә наҙына сорнап үҫтерәләр. Ҡәҙерлебеҙ мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһына уҡырға инде. Уҡыуын ҡыҙыл дипломға бөтөрөп, артабан Силәбе сәнғәт академияһында юғары белем алды. Бында ла һынатманы: ҡулына ҡыҙыл диплом алып сыҡты. Бына инде 15 йылдан артыҡ ваҡыт һөйөклөбөҙ З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй, хореография класында тәрбиәләнеүселәрҙе бейеү серҙәренә өйрәтә. Мораҡ сәнғәт мәктәбенең “Грация” өлгөлө балалар бейеү ансамблен ойоштороусы һәм уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе. Һөйөклөбөҙ яратҡан хеҙмәтенән йәм, тәм табып йәшәй, уҡыусылары, ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәрен үҙ эшенә иң ҙур баһа тип ҡабул итә. Кешелекле, кеселекле, сабыр холоҡло булыуың өсөн һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, тормош иптәшең менән ныҡлы һаулыҡта тигеҙ тормош итеүегеҙҙе, балаларығыҙҙың бәхетенә ҡыуанып, һөйөп-һөйөлөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.

Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, ҡатыным, әсәйебеҙ, апайым Байтуғанова Гөлшат Шамил ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы – юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Хоҙай уға ҡатын-ҡыҙға хас барлыҡ күркәм сифаттарҙы бүләк иткән. Ҡәҙерлебеҙ – изге йөрәкле, яғымлы әсә, ышаныслы тормош юлдашы, йорт усағын һүрелтмәй һаҡлаусы уңған, тилбер хужабикә, таянырлыҡ апай. Кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ Рифат менән ҡаҡшамаҫ ғаилә ҡороп, бер-береһен ярты һүҙҙән, күҙ ҡарашынан аңлап, тормош йөгөн бергә тарталар, ғәзиз ҡолонсаҡтары – Нияз менән Иҙелде уңыштарға, яҡты хыял-өмөттәргә дәртләндереп, ата-әсә наҙына сорнап үҫтерәләр.
Ҡәҙерлебеҙ мәктәпте тамамлағандан һуң, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт училищеһына уҡырға инде. Уҡыуын ҡыҙыл дипломға бөтөрөп, артабан Силәбе сәнғәт академияһында юғары белем алды. Бында ла һынатманы: ҡулына ҡыҙыл диплом алып сыҡты. Бына инде 15 йылдан артыҡ ваҡыт һөйөклөбөҙ З.Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбендә эшләй, хореография класында тәрбиәләнеүселәрҙе бейеү серҙәренә өйрәтә. Мораҡ сәнғәт мәктәбенең “Грация” өлгөлө балалар бейеү ансамблен ойоштороусы һәм уның алмаштырғыһыҙ етәксеһе. Һөйөклөбөҙ яратҡан хеҙмәтенән йәм, тәм табып йәшәй, уҡыусылары, ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәрен үҙ эшенә иң ҙур баһа тип ҡабул итә.
Кешелекле, кеселекле, сабыр холоҡло булыуың өсөн һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, тормош иптәшең менән ныҡлы һаулыҡта тигеҙ тормош итеүегеҙҙе, балаларығыҙҙың бәхетенә ҡыуанып, һөйөп-һөйөлөп йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Бәхеттәрең һәр саҡ ташып торһон
Мөлдөрәмә тулы силәктәй.
Тормош юлы татлы, баллы булһын
Ҡыҙарып бешкән һутлы еләктәй.
Артып торһон бәхет-ҡыуанысың,
Һығылып торһон һыйлы табының.
Дәрт-дарманың күсһен күңелдәргә,
Йондоҙ төҫлө һинән ҡабынып!
Иң изге теләктәр менән әсәйең, атайың, тормош иптәшең Рифат, улдарың Иҙел, Нияз, һылыуың Нәркәс, Байбулатовтар ғаиләһе.
Читайте нас: