Мораҙым
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
18 Июль 2020, 10:05

Тыуған йортобоҙоң йәме – һин!

18 июлдә яратҡан, донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ – беҙҙең әсәйебеҙ, һөйөклө ҡатыным, өләсәйебеҙ Вәлитова (Килинбаева) Нәсимә Сәғәҙәт ҡыҙына 60 йәш тула.Киләсәктә лә тормошобоҙ йәме, тыуған йортобоҙҙоң ҡото булып, һаулыҡ-сәләмәтлектә ғүмер кисер, әсәй! Һәр саҡ шулай йәш, шат күңелле, сибәр ҡатын-ҡыҙ булып ҡал! Барыһына ла өлгөрәһең, арыу-талыуҙы белмәйһең. Иң яҡшыһы – балаларыма, тип йәшәйһең. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын, ғаиләң һәм балаларың һиңә тик ғорурлыҡ тойғоһо ғына алып килһен. Һине яратабыҙ, мөхәббәтең, хәстәрлегең өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ! Ҡатын-ҡыҙ бәхете, йән тыныслығы, муллыҡ һәм күңел көрлөгө, именлек һәм бәхет теләйбеҙ!

18 июлдә яратҡан, донъялағы иң ҡәҙерле кешебеҙ – беҙҙең әсәйебеҙ, һөйөклө ҡатыным, өләсәйебеҙ Вәлитова (Килинбаева) Нәсимә Сәғәҙәт ҡыҙына 60 йәш тула.
Әсәйебеҙ 1960 йылдың 18 июлендә Башҡорт Әлмәсе ауылында бик татыу һәм эшһөйәр Тәнзилә менән Сәғәҙәт Киленбаевтарҙың ғаиләһендә донъяға килә. Әсәһе Тәнзилә Айыс ҡыҙы менән атаһы Сәғәҙәт Насип улы билдәле умартасылар була. Нәсимә апалары Ғәшүрә, Вәсилә, ағаһы Әхәт, ҡустыһы Фәрит менән бер-береһенә терәк булып, бәләкәйҙән төрлө эшкә өйрәнеп үҫәләр.
Әсәйебеҙ тыуған ауылындағы урта мәктәпте тамамлағас, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Унда белем алып, 1981 йылда ҡулына диплом алған йәш белгес үҙенең хеҙмәт юлын Мораҡ үҙәк район дауаханаһының бала табыу бүлексәһендә башлай. Унда бер аҙ эшләп тәжрибә туплағас, Йомағужа ауыл участка дауаханаһы бүлексәһенә күсә. Эшен бик ярата ул, хеҙмәтен бөтә күңелен биреп, намыҫ менән башҡара. Йөҙәрләгән ҡатын-ҡыҙға әсә булыу бәхетен татырға ярҙам итә. Йомағужала бала табыу бүлексәһе ябылғас, Нәсимә Сәғәҙәт ҡыҙын участка дауаханаһына ашығыс ярҙам хеҙмәте фельдшеры итеп саҡыралар. Ул күп йылдар Гиппократ антына тоғро ҡалып, халыҡҡа хеҙмәт итә. Намыҫлы хеҙмәте, эшкә яуаплы ҡарауы менән, кешеләргә кешелекле, кеселекле була белгәне өсөн Нәсимә Вәлитова хеҙмәттәштәре һәм пациенттары араһында хөрмәт һәм ихтирам яулай. Хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бик күп почет грамоталары һәм Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау отличнигы билдәһенә лайыҡ була.
Бөгөн, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, хеҙмәттәштәре һәм ауылдаштары уға йыш ҡына кәңәш, ярҙам һорап мөрәжәғәт итәләр.
Ҡатын-ҡыҙың бер ҡанаты – яратҡан эше булһа, икенсе ҡанаты – ғаиләһе, тиҙәр. Тормош иптәше, беҙҙең атайыбыҙ Зиннур Юнир улы менән улар матур ғаилә ҡороп, бер-береһенә терәк-таяныс булып йәшәүҙәренә 35 йыл. Ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп, оло тормош юлына сығарҙылар. Өлкән ҡыҙҙары Зөлфиә Өфө авиация-техник университетын тамамлап, “Ателье Мебели Mr.Doors” билдәле йорт йыһаздары ательеһында дизайнер булып эшләй. Илгиз төҙөлөш колледжын тамамланы, әлеге мәлдә “Водоканал” йәмғиәтендә мастер. Кинйә улдары Рөстәм Күмертау иҡтисад һәм хоҡуҡ институтында белем алғандан һуң, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә бер аҙ тәжрибә тупланы, әлеге көндә ул – шәхси эшҡыуар. Хәҙер инде Нәсимә Сәғәҙәт ҡыҙы менән Зиннур Юнир улы - бәхетле олатай-өләсәй, ейәндәре Алан менән Арий, ейәнсәрҙәре Рената үҫеп килә, өләсәй менән олатай уларҙың тәрбиәһенә лә ҙур өлөш индерә.
Балаларының уңышында, әлбиттә, тәү сиратта ата-әсәнең тырышлығы ята. Иҫ киткес изге күңелле кеше, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған белгес, ярата һәм яратыла белгән ҡатын, көслө рухлы әсә, хәстәрлекле өләсәй, һөйөклө ҡыҙ һәм килен тип һүрәтләй юбилярҙы яҡындары. Ысынлап та, йәшәй-йәшәй, тормоштоң асылын нығыраҡ тоя барған һайын ожмахтың тап әсәйҙең аяҡ аҫтында икәненә ныҡлап төшөнәһең. Тыуған өйгә ҡайтып, әсәй ҡулынан бер генә сынаяҡ сәй эсеү иң ҙур бәхет икәнең көндән-көн нығыраҡ аңлайһың. Һин яныбыҙҙа булғанға беҙ тағы ла бәхетлерәк, әсәй! Киләсәктә лә тормошобоҙ йәме, тыуған йортобоҙҙоң ҡото булып, һаулыҡ-сәләмәтлектә ғүмер кисер, әсәй! Һәр саҡ шулай йәш, шат күңелле, сибәр ҡатын-ҡыҙ булып ҡал! Барыһына ла өлгөрәһең, арыу-талыуҙы белмәйһең. Иң яҡшыһы – балаларыма, тип йәшәйһең. Барлыҡ хыялдарың тормошҡа ашһын, ғаиләң һәм балаларың һиңә тик ғорурлыҡ тойғоһо ғына алып килһен. Һине яратабыҙ, мөхәббәтең, хәстәрлегең өсөн рәхмәт һүҙҙәрен әйтәбеҙ! Ҡатын-ҡыҙ бәхете, йән тыныслығы, муллыҡ һәм күңел көрлөгө, именлек һәм бәхет теләйбеҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Зиннур Юнир улы, ҡыҙың Зөлфиә, улдарың Илгиз, Рөстәм, киленең Гөлфиә, ейәндәрең һәм ейәнсәрең, шулай уҡ туғандарың Киленбаевтар, Әҡсәновтар, Вәлитовтар, Аҡҡужиндар һәм Сәғитовтар.
Өфө, Мәләүез ҡалалары, Мораҡ, Әлмәс һәм Йомағужа ауылдары.
Читайте нас: