Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
14 Июль 2020, 11:31

Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә

Бөгөн Ялсы ауылында йәшәгән ҡәҙерле әсәйебеҙ Йомаева Нәйлә Солтан ҡыҙы тормошоноң иң күркәм байрамдарының береһе – тыуған көнөн билдәләй. Әсәйебеҙ бар донъя йәшлеллеккә, сәскәләргә төрөнгән, емеш-еләк ҡыҙарып бешкән, йырсы ҡоштар һайраған матур миҙгелдә донъяға килгән.

Бөгөн Ялсы ауылында йәшәгән ҡәҙерле әсәйебеҙ Йомаева Нәйлә Солтан ҡыҙы тормошоноң иң күркәм байрамдарының береһе – тыуған көнөн билдәләй.
Әсәйебеҙ бар донъя йәшлеллеккә, сәскәләргә төрөнгән, емеш-еләк ҡыҙарып бешкән, йырсы ҡоштар һайраған матур миҙгелдә донъяға килгән.
Бала саҡтан уҡ әсәйебеҙ саф күңелле, алсаҡ йөҙлө, иғтибарлы, ғәҙел холоҡло, мәрхәмәтле, егәрле булып үҫә. Әле лә, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ишле мал-тыуар аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә, баҡсаһында йәшелсә, емеш-еләге мул уңыш бирә, сәскәләре лә күкрәп үҫә. Әсәйебеҙ телде йоторлоҡ тәмле ризыҡтар бешереүгә лә оҫта, ҡул эштәренә лә маһир – ойоҡ-бейәләйҙәр бәйләй, милли биҙәүестәр тегә. Уның зауыҡлы, бөхтә итеп эшләнгән ҡул эштәрен район, республика кимәлендәге күргәҙмәләрҙә лә осратырға була.
Әсәйебеҙ беҙҙе күңел йылыһын биреп, башҡорт халыҡ әкиәттәрен һөйләп, бишек йырҙарын йырлап, арҙаҡлы яҙыусыларҙың хикәйәләрен уҡып, үҙенең тормош тәжрибәһе өлгөһөндә үҫтерҙе. Уның тормошо еңелдән генә булманы. Төрлө ауырлыҡтары ла, ҡаршылыҡтары ла осрап торҙо. Әммә ҡәҙерлебеҙ уларҙы лайыҡлы күтәрҙе, ауырлыҡтар алдында баш эймәне, юғалып ҡалманы, беҙҙе лә шулай йәшәргә өйрәтте.
Күркәм ғүмер байрамы уңайынан әсәйебеҙгә ҡурай моңондай оҙон ғүмер, муйыл сәскәһендәй аҡ бәхеттәр, барлыҡ өмөт хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.
Иртәләрең ҡояшлы, килер көндәр аяҙ, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең бер ваҡытта ла арыу-талыу белмәһен!
Ҡәҙерле әсәй!
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә!
Бәхет-шатлыҡ юлдаш булһын
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә!
Тормоштоң иң йәмле сағы –
Алтмыш биш әҙ әле,
Алда күпме шатлыҡ,
Күпме бәхет, наҙ әле.
Әсәй, беҙҙе наҙлап үҫтергәнең, юғары маҡсаттар ҡуйып йәшәргә өйрәткәнең, тормошта үҙ юлыбыҙҙы табырға ярҙам иткәнең, белемле, аңлы һәм рухлы булырға әйҙәгәнең өсөн һинең алда баш эйәбеҙ,күркәм юбилейың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Ҡотлау менән балаларың Алина, Алик, Регина, килен-кейәүҙәрең һәм ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: