Мораҙым
+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
23 Июнь 2020, 14:51

Кәримова Зөлфиә Фәһим ҡыҙына ҡотлау

Дауыт-Ҡайып ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ Кәримова Зөлфиә Фәһим ҡыҙын 35 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ. Иң матур, күркәм байрамың – тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, именлек, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күтәренке кәйеф, йән тыныслығы теләйбеҙ. Бәхетеңә һөйөнөп, изгелек-мәрхәмәткә ҡойоноп, барыбыҙҙың да күңел йылыһын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп, бәхетле булып, бәрәкәтле мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен. Әлегеләй саф йылмайып, тормошоңдан ҡәнәғәт булып, атайыбыҙ менән ҡулға-ҡул тотоношоп йәшә! Барлыҡ яҡшылыҡтарың, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ! Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Кәрим, ҡыҙҙарың Зарина, Карина, Айзилә, Алтынай, Азалия һәм улың Ғайсар.

Дауыт-Ҡайып ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған тормош иптәшем, һөйөклө әсәйебеҙ Кәримова Зөлфиә Фәһим ҡыҙын 35 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ихлас ҡотлайбыҙ.
Иң матур, күркәм байрамың – тыуған көнөң менән ҡотлап, иң изге, яҡты теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхет, шатлыҡ, именлек, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күтәренке кәйеф, йән тыныслығы теләйбеҙ. Бәхетеңә һөйөнөп, изгелек-мәрхәмәткә ҡойоноп, барыбыҙҙың да күңел йылыһын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына кисереп, бәхетле булып, бәрәкәтле мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен. Әлегеләй саф йылмайып, тормошоңдан ҡәнәғәт булып, атайыбыҙ менән ҡулға-ҡул тотоношоп йәшә!
Барлыҡ яҡшылыҡтарың, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Кәрим, ҡыҙҙарың Зарина, Карина, Айзилә, Алтынай, Азалия һәм улың Ғайсар.
Читайте нас: