Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
19 Июнь 2020, 17:46

Сәлихова Шәрғиә Мәхәмәт ҡыҙына ҡотлау

Йәмле йәйҙең июнь айында ҡәҙерле әсәйебеҙ, бейемебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәрсәйебеҙ Сәлихова Шәрғиә Мәхәмәт ҡыҙын күркәм юбилейы – 75 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле әсәкәйебеҙ! Бөгөн барыбыҙ өсөн дә яҡты, илаһи, ҙур байрам. Ер йөҙөндә әсәйҙән дә яҡын, рәхимле, мөхәббәтле, әсәйҙән дә оло йәнле зат юҡтыр. Аллаһы Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, оҙон ғүмер, тән сихәтлеге, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙ, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ. Әсәй тип әйтер кешең булыу – ниндәй бәхет бит ул донъяла. Шатлыҡтарың булһа – уртаҡ була, ҡайғыларың булһа – юғала. Уйлама ҡартаям тип, шат, көләс бул, һүнмә, һүрелмә. Ҡәҙер-хөрмәт күреп үтһен ғүмерең, урындарың булһын гел түрҙә. Һин булғанға беҙҙең тормош матур, Һин бит беҙгә оло терәк. Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк, Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк. Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен, Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул – Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен. Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләсәрең. Сәлих ауылы.

Йәмле йәйҙең июнь айында ҡәҙерле әсәйебеҙ, бейемебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәрсәйебеҙ Сәлихова Шәрғиә Мәхәмәт ҡыҙын күркәм юбилейы – 75 йәше менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ҡәҙерле әсәкәйебеҙ! Бөгөн барыбыҙ өсөн дә яҡты, илаһи, ҙур байрам. Ер йөҙөндә әсәйҙән дә яҡын, рәхимле, мөхәббәтле, әсәйҙән дә оло йәнле зат юҡтыр. Аллаһы Тәғәләнең мең рәхмәте яуһын һиңә, оҙон ғүмер, тән сихәтлеге, һаулыҡ, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙ, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Әсәй тип әйтер кешең булыу – ниндәй бәхет бит ул донъяла. Шатлыҡтарың булһа – уртаҡ була, ҡайғыларың булһа – юғала. Уйлама ҡартаям тип, шат, көләс бул, һүнмә, һүрелмә. Ҡәҙер-хөрмәт күреп үтһен ғүмерең, урындарың булһын гел түрҙә.
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул –
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүләсәрең.
Сәлих ауылы.
Читайте нас: