Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
19 Июнь 2020, 17:43

Хөсәйенов Ҡасим Сәмиғулла улына ҡотлау

Сәйетҡол ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ Хөсәйенов Ҡасим Сәмиғулла улы ошо көндәрҙә үҙенең матур ғүмер байрамын – 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы уға йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн донъялағы иң изге, яҡты күңелле, сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ғәзиз кеше! Һин - беҙҙең таянысыбыҙ, терәгебеҙ, яҡлаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ. Һиңә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, күтәренке кәйеф һәм ҡоростай ныҡ һаулыҡ теләйбеҙ. Һәр ваҡыт шулай кешелекле, көслө рухлы, ярҙамсыл, изгелекле, ихлас булып ҡал. Кәйефең һәр ваҡыт күтәренке, күңелең көр, иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, беҙгә терәк булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, һәр көндән йәм табып йәшәргә яҙһын. Барлыҡ яҡшылыҡтарың, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ! 50 йәш ул ҡартлыҡ түгел, Ғүмерҙең матур сағы. Беҙгә кәрәк, терәк булып, Бик оҙаҡ йәшә тағы. Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын, Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың. Ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ, Гөрләп торған елле саҡтары! Һин булғанға беҙҙең тормош матур, Һин бит беҙгә оло бер терәк. Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк - Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк! Иң изге теләктәр менән ҡатының Эльвира, ҡыҙың Айһылыу, улдарың Айгиз, Искәндәр.

Сәйетҡол ауылында ғүмер итеүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, атайыбыҙ Хөсәйенов Ҡасим Сәмиғулла улы ошо көндәрҙә үҙенең матур ғүмер байрамын – 50 йәшлек юбилейын билдәләй. Ошо айҡанлы уға йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ, һин беҙҙең өсөн донъялағы иң изге, яҡты күңелле, сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ғәзиз кеше! Һин - беҙҙең таянысыбыҙ, терәгебеҙ, яҡлаусыбыҙ, һаҡлаусыбыҙ.
Һиңә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡтар, күтәренке кәйеф һәм ҡоростай ныҡ һаулыҡ теләйбеҙ.
Һәр ваҡыт шулай кешелекле, көслө рухлы, ярҙамсыл, изгелекле, ихлас булып ҡал. Кәйефең һәр ваҡыт күтәренке, күңелең көр, иртәләрең ҡояшлы, көндәрең аяҙ, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Тормошобоҙға йәм өҫтәп, беҙгә терәк булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп, һәр көндән йәм табып йәшәргә яҙһын.
Барлыҡ яҡшылыҡтарың, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!
50 йәш ул ҡартлыҡ түгел,
Ғүмерҙең матур сағы.
Беҙгә кәрәк, терәк булып,
Бик оҙаҡ йәшә тағы.
Йәшкә ҡарап күңел ҡартаймаһын,
Сапһын, әйҙә, ғүмер саптарың.
Ғүмереңдең әле йәшәп туймаҫ,
Гөрләп торған елле саҡтары!
Һин булғанға беҙҙең тормош матур,
Һин бит беҙгә оло бер терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк -
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк!
Иң изге теләктәр менән ҡатының Эльвира, ҡыҙың Айһылыу, улдарың Айгиз, Искәндәр.
Читайте нас: