Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
14 Июнь 2020, 12:22

Ҡаразбаева Гөләйшә Әнүәр ҡыҙына ҡотлау

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Мораҡ ауылында ғүмер иткән ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, ҡәйнәм Ҡаразбаева Гөләйшә Әнүәр ҡыҙын матур ғүмер байрамы - 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!Һин - донъялағы иң изге, яҡты күңелле, сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ. Һин беҙҙең өсөн ҙур өлгө!Ҡәҙерлебеҙ, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм киләсәктә оҙон ғүмер, именлек, бәхет-шатлыҡтар, күтәренке кәйеф һәм иң мөһиме – ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ғүмер китабыңдың асылаһы биттәре күп булһын, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, күңел тыныслығы менән йәшәргә насип итһен. Артабан да шулай тормош йәмен тойоп, күңел тыныслығында ғүмер ит!Һәр ваҡыт шулай кешелекле, көслө рухлы, ярҙамсыл, изгелекле, йомарт һүҙле, ихлас булып ҡал. Яҡты йөҙөңдән, шатлыҡ осҡoндары сәсеп торған күҙҙәреңдән бәхет нуры китмәһен. Кәйефең һәр ваҡыт күтәренке, күңелең көр булһын. Әлегеләй һәр саҡ йылмайып, тормошоңдан ҡәнәғәт булып, атайыбыҙ менән ҡулға-ҡул тотоноп йәшә!Барлыҡ яҡшылыҡтарың, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!Донъя мәшәҡәтен еңә килдең, Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә. Тырышлығың, эшкә ихласлығың Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә. Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин, Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә. Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй, Иң яҡыны беҙгә һин генә! Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Самат, ҡыҙҙарың Миләүшә, Резеда, кейәүең Алмаз, улың Ильяс.

Баймаҡ районының Әбделкәрим ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Мораҡ ауылында ғүмер иткән ҡәҙерле ҡатыным, әсәйебеҙ, ҡәйнәм Ҡаразбаева Гөләйшә Әнүәр ҡыҙын матур ғүмер байрамы - 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Һин - донъялағы иң изге, яҡты күңелле, сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ҡәҙерле, ғәзиз кешебеҙ. Һин беҙҙең өсөн ҙур өлгө!

Ҡәҙерлебеҙ, һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ һәм киләсәктә оҙон ғүмер, именлек, бәхет-шатлыҡтар, күтәренке кәйеф һәм иң мөһиме – ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Ғүмер китабыңдың асылаһы биттәре күп булһын, балаларыңдың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, күңел тыныслығы менән йәшәргә насип итһен. Артабан да шулай тормош йәмен тойоп, күңел тыныслығында ғүмер ит!

Һәр ваҡыт шулай кешелекле, көслө рухлы, ярҙамсыл, изгелекле, йомарт һүҙле, ихлас булып ҡал. Яҡты йөҙөңдән, шатлыҡ осҡoндары сәсеп торған күҙҙәреңдән бәхет нуры китмәһен. Кәйефең һәр ваҡыт күтәренке, күңелең көр булһын. Әлегеләй һәр саҡ йылмайып, тормошоңдан ҡәнәғәт булып, атайыбыҙ менән ҡулға-ҡул тотоноп йәшә!

Барлыҡ яҡшылыҡтарың, йөрәк йылың, наҙың, ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!

Донъя мәшәҡәтен еңә килдең, Бирешмәнең ҡырыҫ елдәргә. Тырышлығың, эшкә ихласлығың Һүрелмәһен ғүмер-ғүмергә. Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин, Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә. Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй, Иң яҡыны беҙгә һин генә! Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Самат, ҡыҙҙарың Миләүшә, Резеда, кейәүең Алмаз, улың Ильяс.

Читайте нас: