Йәмле яҙҙың күркәм бер көнөндә бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған хөрмәтле уҡытыусыбыҙ, класс етәксебеҙ – Мораҡ ауылында йәшәүсе Ташбулатова Шәкирә Хәмитулла ҡыҙы үҙенең 50 йәшлек алтын юбилейын билдәләй. Һеҙҙе күркәм ғүмер байрамығыҙ менән ихлас тәбрикләп, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, шатлыҡтарға ғына сорналған миҙгелдәр, аҡ бәхеттәр, ғаиләгеҙгә именлек, донъяғыҙға бәрәкәт теләйбеҙ.
Хөрмәтле Шәкирә Хәмитулла ҡыҙы!
Беҙгә, беҙҙең балаларға биргән белем-тәрбиәгеҙ, матур кәңәштәрегеҙ, хәстәрлегегеҙ, ғәҙел баһаларығыҙ, ҡыҙыҡлы дәрестәрегеҙ, сикһеҙ һөйөүегеҙ өсөн оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ һәм сыҙамлығығыҙ алдында баш эйәбеҙ.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош –
Беҙҙән һеҙгә әйтер теләктәр.
Килер көндәрегеҙ яҡты булһын,
Һау-сәләмәт, шат һәм көләс йөҙлө,
Бер ҡайғыһыҙ оҙон ғүмерле.
Иң изге теләктәр менән Мораҡ башҡорт гимназияһының 3 ”а” класы уҡыусылары һәм ата-әсәләре.