Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
12 Апрель 2020, 19:51

Донъябыҙ һинең менән нурлы

Йәш саҡ – ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн тормошта үҙ урыныңды табып, яратҡан эшең менән шөғөлләнергә, ең һыҙғанып эшләргә, яратҡан кешең менән күркәм ғаиләләр ҡороп, гөрләтеп йәшәргә, балалар үҫтерергә кәрәктер.Ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылаған ҡыҙым – Илүзә Ниғәмәтуллина әле ғүмер миҙлегенең йәшлегендә генә булһа, аллаға шөкөр, тормошта ла үҙ урынын тапты, ғаиләһендә лә бик бәхетле.ДАУАМЫН БЕҘҘЕҢ САЙТТА УҠЫҒЫҘ:

Йәш саҡ – ғүмерҙең иң сағыу, иң дәртле, иң бәхетле һәм онотолмаҫ мәлдәренең береһе. Бындай мөғжизәле йылдар йөрәк түрендә яҡты хәтирәләр булып һаҡланһын өсөн тормошта үҙ урыныңды табып, яратҡан эшең менән шөғөлләнергә, ең һыҙғанып эшләргә, яратҡан кешең менән күркәм ғаиләләр ҡороп, гөрләтеп йәшәргә, балалар үҫтерергә кәрәктер.
Ошо көндәрҙә үҙенең күркәм юбилейын ҡаршылаған ҡыҙым – Илүзә Ниғәмәтуллина әле ғүмер миҙлегенең йәшлегендә генә булһа, аллаға шөкөр, тормошта ла үҙ урынын тапты, ғаиләһендә лә бик бәхетле.
Бәләкәй генә сағынан шаян һәм шуҡ ҡыҙ булды ул.Үҙе шулай асыҡ күңелле булғанғамы, дуҫтары ла бик күп ине. Кескәй генә сағынан йырларға һәм бейергә яратҡан ҡыҙым ултырғысты, урындыҡты сәхнә итеп беҙгә йыш концерт ҡуя торғайны. Миңзәлә Хөснөтдинова етәкселегендәге “Гөрләүек” балалар бейеү ансамбле ҡыҙыма үҙенең бейеүгә булған һәләтен асырға ярҙам итте, бейеү сәнғәтенә һөйөү уятты һәм буласаҡ һөнәрен һайларға булышлыҡ итте. Мәктәпте уңышлы ғына тамамлағас, Илүзә Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу техникумына юл тотто. Унда экзамендарҙы уңышлы тапшырып, конкурстан үткәс, тырышып уҡый башланы.Ҡыҙҙың тырышлығын һәм һәләтен хореографтар ҙа тиҙ арала күреп ҡалдылар. “Был ҡыҙ булдырасаҡ!”- тинеләр.
Техникумды тамамлағас, Илүзә Стәрлетамаҡ бейеү театрында эш башланы, Дыуан районының шаян егете Илгизға тормошҡа сығып, башлы-күҙле булды. Илгиз кейәүем менән улар мине бәхетле өләсәй иттеләр, әлеге көндә ҡыҙым менән кейәүем алмалай ике ҡыҙ - Камелия менән Иделияны үҫтерә.
Тиҫтә йылдан ашыу Стәрлетамаҡ бейеү театрында эшләгәндә концерттар менән республиканың, Рәсәйҙең күп төбәктәрендә генә түгел, сит илдәрҙә лә сығыш яһаны улар. Голландия, Бельгия, Стамбул һәм Анапа халҡы беҙҙең бейеүселәргә аяғүрә баҫып алҡышлай. Бейеү театрында байтаҡ йылдар эшләгәндән һуң, профессиональ кимәлгә күтәрелгән бейеүселәр – ҡыҙым менән кейәүем хәҙер инде белгәндәрен балаларға, бейеү сәнғәтен тағы ла үҫтерергә тигән теләк менән атай-әсәй янына, Мораҡ ауылына күсеп ҡайттылар. Районға ҡайтҡас та ең һыҙғанып, ҡулға-ҡул тотоношоп эшкә тотондолар. Тиҙ арала коллектив йыйып алдылар. Үҙҙәре кешелекле һәм яҡты күңелле булғанға, балалар ҙа уларға тартылды, ансамблгә әүҙем йөрөй башланы. Әлеге көндә уларҙың ансамблендә 200-ләп бала шөғөлләнә.
Эшләһәң – эш ҡарышмай, ти халыҡ. Көслө генә коллектив туплап, ҡыҙым менән кейәүем хәҙер инде балалары – “Гөрләүек” ансамбле менән дә, ғаилә менән дә район, төбәк, республика, Рәсәй кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашып торалар. Уларҙа еңеү яулаһалар, тағы ла дәртләнеп китәләр, артабан эшләр өсөн яңы көс-дәрт алалар. Мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кеше һәр яҡлап һәләтле булырға тейештер ул: ҡыҙым Илүзәгә Хоҙай һәләтте йәлләмәгән. Ул оҫта бейеүсе, бейеү һалыусы, хореограф ҡына түгел, кәрәк икән сәхнәгә сығып йырлай ҙа, кәрәк икән ролдәрҙе лә ҙур оҫталыҡ менән башҡара.
Ниндәй генә һөнәр эйәһе булыуға ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ иң тәү сиратта донъяның тотҡаһы, ғаиләнең утын һүндермәйенсә уны дөрләтеп тороусы ялҡыны, ҡояшы. Өйҙә Илүзә - уңған хужабикә, яғымлы әсәй, яратҡан ҡатын, ә минең өсөн ҡәҙерле, хәстәрлекле һәм изгелекле бала, апаһына, туғандарына яратҡан һылыу. Уның егәрлелеге ишек тупһаһынан уҡ күренеп тора. Өйҙәрендә таҙалыҡ,бөхтәлек, һәр нәмә үҙ урынында, ә бешергән ризыҡтары телеңде йоторлоҡ тәмле була. Ҡәҙерле ҡыҙым Ниғәмәтуллина Илүзә Рәфҡәт ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы менән ҡотлап, иң изге теләктәремде юллайым, сәләмәтлек, оҙон ғүмер теләйем. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, бөтәбеҙгә лә булған иғтибарың өсөн һиңә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Донъябыҙ һинең менән яҡты, көнөбөҙ һинең менән нурлы. Һәр саҡ шулай алға ҡарап йәшә! Киләсәктә тағы ла уңыштар насип булһын, ҡанаттарың бер ваҡытта ла талмаһын, тормош иптәшең менән бергәләп тағы ла бейегерәк, бөйөгөрәк үрҙәр яуларға яҙһын!
Ҡыҙым тыуҙы минең, бөгөн төндә Ҡанатланып килде осаһым. Күҙ йәштәрем тыя алманым мин Сабыйымды килде ҡосаһым! Шундай яҡты ине был төн Күктә - меңләгән йондоҙ... Ай йылмайҙы миңә ҡарап: “Был йондоҙ һеҙгә,"- тине. Юбилейың менән, һине ҡыҙым, Аҡ бәхеттәр, һаулыҡ теләйем! Шатлыҡтарға төрөнөп йәшә Йөҙөң булһын һәр саҡ мөләйем! Кеше өсөн асыҡ күңелле һин, Ҡояш кеүек көләс йөҙҙәрең. Сәләмәт бул, ҡыҙым, мәңге йәш бул, Йөҙ мәртәбә килһен яҙҙарың! Ҡабул булһын теләктәрең, Уңыштар юлдаш булһын. Эштә һәм өй эсең дә Бәхет-шатлыкҡа тулһын! Тормошоғоҙ еңел булһын, Оҙон булһын ғүмер юлығыҙ! Ҡыҙҙарығыҙ ҡыуандырып торһон, Иң бәхетле парҙар булығыҙ!

Иң изге теләктәр менән әсәйең Гөлнур ВӘХИТОВА.

Читайте нас: