Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
12 Апрель 2020, 18:57

Ҡасҡын ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Йәрмөхәмәтова Рәилә Мәхийән ҡыҙын 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ

Ҡәҙерлебеҙ яҙҙың матур көндәрендә донъяға килгән, көләс йөҙлө, саф, йомшаҡ күңелле, оло йөрәкле, һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ынтылған тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәм, бейемем, өләсәйебеҙ, ҡәрсәйем.Әсәйебеҙ бик яҡшы, һәр яҡтан да уңған, ярҙамсыл, өлгөр, балалары өсөн яҡын серҙәш һәм кәңәшсе, ҙур терәк-таяныс булып тора. Арып-талып, кәйефһеҙ йөрөгән саҡтарҙа ҡайтып, әсәйебеҙ алдына ятып, йомшаҡ, яғымлы ҡулдарына иркәләнеп, уның кәңәштәрен тыңлап, йәнгә тыныс, күңелгә йыуаныс, ныҡлы көс алып китәбеҙ.Әсәй, әсәкәйем, күк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ, ҡәҙерле атайыбыҙ Фәнил Камил улы менән татыу донъя көтәләр, беҙгә үрнәк булып торалар.Һөйөклөбөҙ, һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡыуаныс-шатлыҡтарға мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Киләсәктә лә атайыбыҙ менән бер-бергеҙгә терәк булып, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, бәхеттәренә һөйөнөп, именлектә оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙайым.Әсәй, әсәкәйем, әсәйем!Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,Беҙ бәхетле һинең яныңда.Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,Тормош йәмле тик һин булғанға.Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнил, ҡыҙың Ләйсән, кейәүең Зимфир, улың Филюз, киленең Зөхрә, ейән-ейәнсәрең Милена, Ислам, Ралина.

Ҡасҡын ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған Йәрмөхәмәтова Рәилә Мәхийән ҡыҙын 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ яҙҙың матур көндәрендә донъяға килгән, көләс йөҙлө, саф, йомшаҡ күңелле, оло йөрәкле, һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа ынтылған тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәм, бейемем, өләсәйебеҙ, ҡәрсәйем.
Әсәйебеҙ бик яҡшы, һәр яҡтан да уңған, ярҙамсыл, өлгөр, балалары өсөн яҡын серҙәш һәм кәңәшсе, ҙур терәк-таяныс булып тора. Арып-талып, кәйефһеҙ йөрөгән саҡтарҙа ҡайтып, әсәйебеҙ алдына ятып, йомшаҡ, яғымлы ҡулдарына иркәләнеп, уның кәңәштәрен тыңлап, йәнгә тыныс, күңелгә йыуаныс, ныҡлы көс алып китәбеҙ.

Әсәй, әсәкәйем, күк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ, ҡәҙерле атайыбыҙ Фәнил Камил улы менән татыу донъя көтәләр, беҙгә үрнәк булып торалар.
Һөйөклөбөҙ, һиңә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡыуаныс-шатлыҡтарға мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Киләсәктә лә атайыбыҙ менән бер-бергеҙгә терәк булып, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларығыҙҙың һәм яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, бәхеттәренә һөйөнөп, именлектә оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен Хоҙайым.

Әсәй, әсәкәйем, әсәйем!
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Фәнил, ҡыҙың Ләйсән, кейәүең Зимфир, улың Филюз, киленең Зөхрә, ейән-ейәнсәрең Милена, Ислам, Ралина.
Читайте нас: