Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
15 Март 2020, 10:00

Райондың халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ айҡанлы ихлас ҡотлау һүҙҙәрен ҡабул итеп алығыҙ!

Бөгөнгө тормошто һеҙҙең берҙәм хеҙмәтегеҙҙән тыш күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Район халҡы өсөн торлаҡ-коммуналь хужалығының өҙөклөкһөҙ эшләүе мөһим роль уйнай, барлыҡ ойошмаларҙың эшмәкәрлеге, тораҡ пункттарҙағы йәшәйеш менән тәьмин итеү системаһының тотҡарлыҡһыҙ эшләүе һеҙҙең предприятиеға бәйле. Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү эше ҙур белем, яуаплылыҡ, түҙемлек һәм башҡалар менән уртаҡ тел таба белеүҙе талап итә. Был көндө тармаҡ ветерандарына ла ҙур рәхмәтемле белдерәм.Барығыҙға ла ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, рухи көс, һөнәри уңыштар, ғаилә бәхете, яҡшы кәйеф теләйем.Ғайса ЯНБАЕВ, район хакимиәте башлығы.

Бөгөнгө тормошто һеҙҙең берҙәм хеҙмәтегеҙҙән тыш күҙ алдына ла килтереүе ауыр. Район халҡы өсөн торлаҡ-коммуналь хужалығының өҙөклөкһөҙ эшләүе мөһим роль уйнай, барлыҡ ойошмаларҙың эшмәкәрлеге, тораҡ пункттарҙағы йәшәйеш менән тәьмин итеү системаһының тотҡарлыҡһыҙ эшләүе һеҙҙең предприятиеға бәйле. Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү эше ҙур белем, яуаплылыҡ, түҙемлек һәм башҡалар менән уртаҡ тел таба белеүҙе талап итә.
Был көндө тармаҡ ветерандарына ла ҙур рәхмәтемле белдерәм.
Барығыҙға ла ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, рухи көс, һөнәри уңыштар, ғаилә бәхете, яҡшы кәйеф теләйем.
Ғайса ЯНБАЕВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: