Сирбай ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Мораҡ ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ Әҡсәнова Рәмзилә Рәшит ҡыҙын тыуған көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ бәләкәй саҡтан тырыш, уңған булып үҫте. Белем алып, әлеге көндә Мораҡ үҙәк район дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй.Үҙ эшен ул бик ярата һәм намыҫ менән башҡара.
Кейәүебеҙ Ринат Сабир улы менән улар бик матур ғаилә ҡорҙолар, икеһе лә тырыш, уңған, гөрләтеп донъя көтәләр, туғандарына, ауылдаштарына өлгө, үрнәк булып, бик татыу йәшәйҙәр. Ҡыҙҙары Римма менән Рената ла ата-әсәһен ҡыуандырып ҡына тора.
Ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һиңә һөйөүең, беҙҙе аңлауың, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуың өсөн күңел түренән сыҡҡан рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, йән тыныслығы, шатлыҡ-ҡыуаныстарға ғына төрөнөп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотлау менән әсәйең, атайың, Заһир мырҙаң, Рәмилә һылыуың, Рафаэль кейәүең, ҡыҙҙарың Зилә һәм Ләйсән.