Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
10 Февраль 2020, 11:33

Әнүзә Әмирйән ҡыҙы Хоҙайбирҙинаға ҡотлау

Мәләүез ҡалаһында тыуып үҫеп, Хоҙайбирҙин ауылына Хоҙайбирҙиндарҙың татыу, берҙәм ғаиләһенә килен булып төшөп, шунда ғүмер итеүсе Әнүзә Әмирйән ҡыҙын 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Туғаныбыҙ Мөнир менән улар аҡыллы, игелекле 4 бала үҫтереп, 6 ейән-ейәнсәрен һөйөп, үҙҙәренең ихласлығы, ярҙамсыллығы, кешелеклеге менән ауылдаштары, туғандары араһында ихтирам яулаған ғаилә булып матур донъя көтәләр.
Әнүзә! Һәр бер атҡан таңға ҡыуанып, донъя йәмен тойоп, бәхет тойғоһон кисереп, Мөнирең менән иңгә-иң терәшеп, атай нигеҙенең ҡотон һаҡлап, балаларығыҙҙың ҡыуаныс-һөйөнөстәрен күреп, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Йөҙөңдән һәм өйөңдән ҡот-бәрәкәт китмәһен.
Күпме булһа ерҙә изге теләк
Беҙ теләйбеҙ һиңә барыһын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Һәр балаңдың изгелеген күреп,
Гел һөйөнөп кенә йәшә һин.
Һиңә һаулыҡ, шатлыҡ теләгәндә
Амин, тип торһон фәрештә.
Иң матур теләктәр менән барлыҡ туғандарың исеменән Вәсилә апайың.
Читайте нас: