Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
9 Февраль 2020, 15:08

Сәлихова Әлфиә Йәмил ҡыҙына ҡотлау

Санъяп ауылында йәшәүсе тормош иптәшем, әсәйебеҙ, һылыуыбыҙ, бейемебеҙ, ҡәрсәйебеҙ Сәлихова Әлфиә Йәмил ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!

Санъяп ауылында йәшәүсе тормош иптәшем, әсәйебеҙ, һылыуыбыҙ, бейемебеҙ, ҡәрсәйебеҙ Сәлихова Әлфиә Йәмил ҡыҙын тыуған көнө менән ҡотлайбыҙ!
Әсәй, киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә күмелеп тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ
йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаларың менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Тыуған көнөң, әсәй, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, әсәй, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Ҡотлау менән тормош иптәшең, апайың, еҙнәң, балаларың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
Мәскәү, Магнитогорск, Белогорск, Стәрлетамаҡ ҡалалары, Мораҡ, Санъяп ауылдары.
Читайте нас: