Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
30 Ғинуар 2020, 18:31

Рәис Сәйетбатталовҡа ҡотлау

Сәйетҡол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улым, туғаныбыҙ, ағайыбыҙ Сәйетбаталов Рәис Миңлеғәли улын матур ғүмер байрамы – юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Сәйетҡол ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улым, туғаныбыҙ, ағайыбыҙ Сәйетбаталов Рәис Миңлеғәли улын матур ғүмер байрамы – юбилейы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Ул - бик уңған, туған йәнле, кешелекле кеше, барыһына ла ярҙамға килергә әҙер, ҡулдарынан килмәгән эше юҡ.
Хоҙай үҙеңә йән рәхәте, тән сихәте бирһен. Һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең ҡыуаныс-шатлыҡтарға мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Киленебеҙ, еңгәбеҙ менән бәхет-шатлыҡтарға төрөнөп, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, донъя рәхәтлектәренә кинәнеп, балаларығыҙҙың изгелектәрен күреп, бәхеттәренә һөйөнөп, именлектә, муллыҡта, бәрәкәттә оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен. Алдағы ғүмерең өмөт-ышаныс менән тулы булһын, йөҙөңдө һәр саҡ йылмайыу биҙәһен, һәр атҡан таң һөйөнөслө хәбәрҙәр алып килһен, иртәләрең ҡояшлы, күңелең һәр саҡ тыныс булһын, күңелеңде дәрт-дарман, йән тыныслығы ташламаһын! Бөгөнгөләй гел көслө рухлы, изге күңелле, ярҙамсыл булып ҡал.
Беҙҙең өсөн ҙур таяныс булып,
Оҙон-оҙаҡ йәшә был ерҙә.
Йәшәү дәрте, тормош ҡыуанысы
Ташламаһын һине ғүмерҙә!
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын.
Иң изге теләктәр менән әсәйең, апайҙарың, һылыуың, ҡустың, еҙнәләрең, кейәүең, киленең һәм уларҙың балалары. Сәйетҡол Мораҡ, Ҡолғона, Ибраһим ауылдары, Өфө, Санкт-Петербург, Стәрлетамаҡ, Сорғот ҡалалары.
Читайте нас: