Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
30 Ғинуар 2020, 17:56

Ҡотлогилдина Тәнзилә Мәүлит ҡыҙына ҡотлау

Үрге Мөрсәләй ауылында йәшәүсе ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ Ҡотлогилдина Тәнзилә Мәүлит ҡыҙын күркәм ғүмер байрамы – 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ һәм йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Һөйөклөбөҙ, донъялағы барлыҡ яҡшылыҡтарҙы йыйған оло йөрәкле, сабыр холоҡло, барыбыҙға ла хәстәрлекле булғаның, тормош матурлығын күрә белергә өйрәткәнең, йылы һүҙең, наҙлы ҡараштарың, нур, бәрәкәт бөркөп торған йортобоҙҙоң матурлығы булғаның өсөн мең-мең рәхмәт һиңә!
Хоҙай Тәғәлә үҙеңә оҙон һәм бәхетле ғүмер, ныҡлы һаулыҡ, йән тыныслығы, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын насип итһен. Киләсәктә лә тормошобоҙҙоң йәме, йортобоҙҙоң ҡото булып, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп матур ғүмер кисерергә яҙһын.Тыуыр таңдарың аяҙ, килер көндәрең яҡты, шатлыҡлы булһын!
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән ғәзиз кеше бармы икән –
Беҙ бәхетле тик һин булғанға.
Ҡабул ит һин беҙҙән бүләк итеп
Изге теләк, күңел хистәрен.
Бәхет, шатлыҡ ҡына юлдаш булһын
Матур үтһен килер көндәрең!

Иң изге теләктәрең менән тормош иптәшең, ҡыҙҙарың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.
Үрге Мөрсәләй, Мораҡ ауылдары, Воркута ҡалаһы.
Читайте нас: