Мораҙым
-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
30 Ғинуар 2020, 17:26

Иҫәнбирҙин Рәил Мөтиғулла улына ҡотлау

Ураҡай ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Игебай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улым, туғаныбыҙ Иҫәнбирҙин Рәил Мөтиғулла улын 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ураҡай ауылында тыуып үҫеп, хәҙер Игебай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле улым, туғаныбыҙ Иҫәнбирҙин Рәил Мөтиғулла улын 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерле туғаныбыҙ бәләкәй саҡтан тырыш, уңған, белемгә ынтылыусан булып үҫте. Юғары белем алып уҡытыусы, ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләне һәм һәр ваҡыт маҡтауға лайыҡ булды. Әлеге ваҡытта ул Мәләүез күп профилле колледжының Мораҡ филиалын етәкләй.
Ул киленебеҙ Фәриҙә Хәйҙәр ҡыҙы, улдары Илнур менән ауылда өлгөлө, тырыш ғаилә булып, туғандар, ауылдаштар менән матур мөнәсәбәттәрҙә йәшәй.
Беҙ һиңә һөйөүең, беҙҙе аңлауың, хәстәрлегең, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булыуың өсөн күңеле түренән сыҡҡан рәхмәттәрбеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле оҙон ғүмер, ғаилә именлеге, йән тыныслығында, шатлыҡ-ҡыуаныстарға төрөнөп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡотлау менән әсәйең, Фәниә һәм Әлфиә апайыңдар, Рәмил ағайың һәм дә барлыҡ туғандарың.
Мораҡ, Игебай ауылдары, Өфө, Мәләүез ҡалалары.
Читайте нас: