Мәҡсүт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле туғаныбыҙ Дәминева Рәмилә Ғиззәт ҡыҙын юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ауыр, яуаплы эшеңдә ҙур уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон, тыныс тормош, бәхетле ҡартлыҡ, балаларыңдың, туғандарыңдың терәк-таянысын тойоп йәшәүеңде теләйбеҙ. Ауырыма, һыҙланма, һин беҙгә лә, туғандарыңа ла ҙур ярҙамсы, терәк. Ярҙамдарың өсөн ҙур рәхмәт!
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Йән рәхәте бирһен Хоҙай һиңә,
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип булһын оҙаҡ йылдар шулай
Бергә-бергә ерҙә йәшәргә!
Иң изге теләктәр менән Төхвәтуллиндар, Фәхретдиновтар, Дәминевтар ғаиләләре һәм уларҙың балалары.