Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
22 Ғинуар 2020, 11:43

Ишдәүләтов Радик Мөхәмәт улына ҡотлау

Төпсән ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Мораҡ ауылында ғүмер иткән Ишдәүләтов Радик Мөхәмәт улын 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙға иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.

Төпсән ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Мораҡ ауылында ғүмер иткән Ишдәүләтов Радик Мөхәмәт улын 55 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙға иң изге, иң яҡты теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һин - ғаиләлә өлгөлө, үрнәк булырҙай атай, уңған-хәстәрлекле хужа, ышаныслы тормош иптәше. Киң күңелле, сабыр холоҡло, мәрхәмәтле, ярҙамсыл, ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле һин. Донъялағы бөтә ҡылған изгелектәрең өсөн мең-мең рәхмәт!
Ҡәҙерле кешебеҙ, һиңә булған теләктәребеҙҙең иң мөһиме - алдағы ғүмер йылдарыңды именлектә, һаулыҡ-сәләмәтлектә, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхетле көндәрҙә, шатлыҡ менән үтергә яҙһын. Киләсәктә беҙҙең - балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең мәрхәмәтен, иғтибарын һәм ихтирамын тойоп, әсәйебеҙ менән иңгә-иң терәшеп, тормоштоң йәмен-тәмен белеп, оҙон-оҙаҡ йылдар ғүмер итергә насип булһын.
Аҡ бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Йөҙөң аяҙ, көләс булһын,
Күҙҙәреңдең нуры һүнмәһен.
Иң изге теләктәр менан тормош иптәшең Эльвира, ҡыҙҙарың Алһыу,Альбина, улың Айнур ,кейәүең Рөстәм, ейән-ейәнсәрҙәрең Динислам, Аделия, Камилла, Тимур.
Читайте нас: