Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
14 Ғинуар 2020, 12:35

Яхина Мәүзиә Суфыйғәли ҡыҙына ҡотлау

Үрге Сирбай ауылында тыуып-үҫеп, ошонда уҡ ғүмер кисергән апайым Яхина Мәүзиә Суфыйғәли ҡыҙы ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләй.

Үрге Сирбай ауылында тыуып-үҫеп, ошонда уҡ ғүмер кисергән апайым Яхина Мәүзиә Суфыйғәли ҡыҙы ошо көндәрҙә 90 йәшен билдәләй.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, йәшләй генә колхоз эшендә ҡатнашып, сынығып үҫкән апайым.
Миңләхмәт еҙнәм менән 5 бала тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырҙылар.
Уның күңел йылыһы, иғтибары, ярҙамсыллығы миңә лә тейҙе: бала сағымда ҡаты ауырып киткәс, Мәүзиә апайым менән Нәжип ағайым алмашлап Өфө дауаханаһына йөрөтөп, үлемдән алып ҡалдылар.
Ҙур рәхмәтемде бөгөн еткерергә теләйем (балалыҡ менән элек әйтә лә белмәгәнмендер). Рәхмәт һиңә, апайым!
Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, балаларыңдың күңел йылыһын тойоп, изгелектәрен күреп, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Юбилейың, апай, гөрләп үтһен,
Шатлыҡ менән тулһын күңелең.
Һиңә ҡарап һәр саҡ һоҡланабыҙ,
Һин йәмләйһең, апай, өй түрен.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән һылыуың Хәлимә һәм уның балалары Алһыу, Регина, Айрат, кейәүҙәре, килендәре, 7 ейән-ейәнсәре.
Иҫәнғол ауылы.
Читайте нас: