Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
14 Ғинуар 2020, 12:30

Ишарин Урал Шәрифйән улына ҡотлау

Ап-аҡ ҡарлы ҡыштың ҡояшлы көндәренең береһендә беҙҙең ҡәҙерле туғаныбыҙ Ишарин Урал Шәрифйән улы үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.

Ап-аҡ ҡарлы ҡыштың ҡояшлы көндәренең береһендә беҙҙең ҡәҙерле туғаныбыҙ Ишарин Урал Шәрифйән улы үҙенең күркәм юбилейын билдәләй.
Күпме булһа ерҙә изге теләк –
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Ғүмереңдең һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Тыуған көндә шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы-сатҡыларын күрмәһен!
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу бар һин ғүмер үренә!
Алдағы ғүмерең шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан торһон, күңел һәм йән тыныслығы, донъя именлеге теләйбеҙ. Киләсәктә лә туғандарыңдың ихтирам-иғтибарын тойоп, балаларыңдың изгелеген күреп, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлығын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәттә оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын.
Урал абзыйыбыҙ, ҡустыбыҙ, олатайыбыҙ менән Әҡлимә еңгәбеҙ, киленебеҙ, инәйебеҙ бик матур пар, бергә тормош көтөүҙәренә 45 йыл ваҡыт үтеп тә киткән.
Улар Күгәрсен совхозында береһе крансы, икенсеһе бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡты.
Шул ғүмер эсендә күпме юғалтыуҙар кисерҙеләр, күпме ауырлыҡтар үттеләр?! Аллаға шөкөр, һынманылар, һығылманылар.
Ошо көндә Мораҡ ауылының Совхоз биҫтәһендә матур итеп, күп ғаиләгә үрнәк булып, балалары, туғандары, дуҫтары менән шау-гөр килеп донъя көтәләр.
Һөйөклөләребеҙ, барлыҡ эшләгән яҡшылыҡ һәм изгелектәрегеҙ сауап булып ҡайтһын, һеҙгә бәхетле ҡартлыҡ насип итһен. Иман нуры һеҙҙән китмәһен!
Пар имәндәр кеүек йәшәгеҙ һеҙ,
Күгәрсендәр кеүек гөрләшеп.
Парлап ҡанат ҡағыу еңелерәк,
Тормош һеҙҙе яңғыҙ итмәһен.
Тормош шишмәләре сылтырап аҡһын,
Мәңге-мәңге һыуы кипмәһен.
Иң изге теләктәр менән апайҙарың Зифа, Роза, һылыуың Рәйлә, кейәүең Риф һәм уларҙың балалары.
Читайте нас: