Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
8 Ғинуар 2020, 12:05

Фирғәт Илсеғоловҡа ҡотлау

Теләүембәт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ирем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, ҡартатайыбыҙ, еҙнәбеҙ Илсеғолов Фирғәт Зиннәт улын күркәм юбилейы – 70 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Теләүембәт ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ирем, атайыбыҙ, ҡайныбыҙ, ҡартатайыбыҙ, еҙнәбеҙ Илсеғолов Фирғәт Зиннәт улын күркәм юбилейы – 70 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Атайыбыҙҙың оҙаҡ йылдар Теләүембәт ауыл хакимиәте башлығы булып эшләне. Ауылдар үҫешенә, халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға ҙур көс һалып, халыҡ араһында киң танылыу һәм оло хөрмәт яуланы. Үҙ эшен яратып, еренә еткереп башҡарҙы, шуның өсөн уны халыҡ ихтирам итә, бөгөн дә кәңәш-ярҙам һорап килә.
Рәсәй Федерацияһының “Хеҙмәт ветераны” миҙалы, бихисап рәхмәт хаттары ҡәҙерле кешебеҙҙең бөтә көсөн, талантын тыуған иленә, халҡына бағышлауы тураһында һөйләй. Һәр эште күңел биреп, намыҫлы башҡарған атайыбыҙ “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә, “Башҡортостан Республикаһына 100 йыл” юбилей миҙалына лайыҡ булды.
Ғәмле, сәмле, тура һүҙле һөйөклө атайыбыҙ - ғаиләбеҙ, туғандарыбыҙ өсөн ныҡлы терәк-таяныс. Һин беҙгә һәр саҡ кәрәкһең, аҡыллы кәңәштәрең, талапсан да булыуың өсөн рәхмәт. Һүҙ эҙләп кеҫәгә инмәҫ телең, шаян холҡоң менән беҙҙең күңелдәрҙе күтәреүең өсөн дә шатбыҙ.
Атай һәм әсәй, бәхетле бала сағыбыҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн мең рәхмәтлебеҙ! Һеҙ беҙгә кәрәк тә, терәк тә, үрнәк тә! Киләсәктә лә туғандарығыҙҙың, дуҫтарығыҙҙың ихтирам-иғтибарын тойоп, ҡәҙер-хөрмәттә йәшәгеҙ! Ауырымай-һыҙланмай, тыуған йортобоҙҙоң йәмен һәм ҡотон һаҡлап, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ! Беҙ һеҙ булғанға бәхетлебеҙ, ошо бәхеттән Хоҙай айырмаһын! Яратып үҫтергән улдарыбыҙҙың, һөйөклө килендәребеҙҙең, гөлдәй ейән-ейәнсәребеҙҙең ҡәҙер- хөрмәтенә төрөнөп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, һәр миҙгелдең ҡәҙерен белеп именлектә-һаулыҡта, татыулыҡта-муллыҡта, бәхетле, һау-сәләмәт, бәрәкәтле ғүмер юлдарын парлы үтергә насип итһен Аллаһы Тәғәлә. Беҙ һине яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Юбилейың ҡотло булһын, ғәзиз кешебеҙ!
Юлдарыңа йондоҙ йәйер инек,
Килһә әгәр беҙҙең ҡулдарҙан.
Ике ғүмер бүләк итер инек –
Уҙып булһа әгәр Хоҙайҙан.
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Биргән кәңәштәрең һәр саҡ изге,
Тормош йәмле тик һин барында.
Ҡотлау менән ҡатының Рәшиҙә, улдарың Ренарт, Илфат, Рифат, килендәрең Әлиә, Алһыу, Рузалиә, ейәнсәрҙәрең Алһыу, Алина, Залина, Сафина, ейәндәрең Даниил, Арыҫлан, Таһир, Тимур.
Читайте нас: