Мораҙым
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
26 Ноябрь 2019, 16:23

Айытова Хәбирә Әхмәҙи ҡыҙына ҡотлау

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәрсәйебеҙ, ҡартөләсәйебеҙ, ҡартҡәрсәйебеҙ Айытова Хәбирә Әхмәҙи ҡыҙын 100 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, ҡәрсәйебеҙ, ҡартөләсәйебеҙ, ҡартҡәрсәйебеҙ Айытова Хәбирә Әхмәҙи ҡыҙын 100 йәшлек оло юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!

Әсәйебеҙ Әлмәс ауылында тыуып, яҙмышын тыуған ере менән бәйләгән. Уның хеҙмәт юлы 50 йылға яҡын, ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм бик күп миҙалдар менән бүләкләнгән. Уңған, тынғыһыҙ, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле әсәйебеҙгә ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхет, балаларының изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп, бәрәкәтле, имен тормошта оҙон ғүмер кисереүен теләйбеҙ. Иртәләрең - ҡояшлы, килер көндәрең - көләс, кистәрең - айлы, уйҙарың - яҡты, күңелең тыныс булһын, мәрхәмәтле йөрәгең арыу-талыу белмәһен. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле терәгебеҙ булып, балаларыңдың, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын! Беҙ һине бик ныҡ яратабыҙ!

Ауыр булды...Үтә ауыр булды

Һинең үткән йәшлек йылдарың.

Күпме ауыр михнәт күрҙең икән

Үткән саҡта ғүмер юлдарын.

Ҡара тиргә батып ер ҙә һөрҙөң

Һыйыр егеп тимер һабанға.

Киләсәккә яҡты өмөт баҡтың

Егелгәндә ауыр тырмаға.

Үтһә ҡышы, күңел көтә яҙын,

Шулай алмашына миҙгелдәр.

Онотманы илем уңған ҡыҙын,

Күкрәгендә балҡый миҙалдар!

Иң изге теләктәр менән улдарың Солтан, Рәфҡәт, Рафаэль, Зиннур, ҡыҙҙарың Фирҙәүес, Әлфира, Земфира, кейәүҙ әрең, килендәрең, 18 ейән-ейәнсәрҙәрең, 32 бүләң, 3 бүләсәрең.

Мораҡ, Әлмәс, Ҡандра ауылдары, Боһоруслан, Салауат, Күмертау, Өфө, Стәрлетамаҡ, Мәләүез ҡалалары.
Читайте нас: