Кеше ғүмере бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт. Күпме һынауҙар, ауырлыҡтар иңдәреңә төшһә лә, бирешмәй, яҡты киләсәккә ынтылып ,балаларыңа яҡшы тәрбиә биреп, мөмкинселегең булғансы үҙ өйөндә генә түгел, ауылдаштарыңа ярҙам итеп, кешеләргә изгелек ҡылып, ғүмер китабыңды яҙыу - үҙе бер һынау. Йылдар үткән һайын ғүмер йомғағын барлап, был ғүмер үкенесле булмаған икән тип уйлау, үҙ-үҙеңә ҡуйған иң ҙур баһалыр.
Ҡасҡын ауылында йәшәүсе ҡәҙерле атайыбыҙ, ҡайныбыҙ,ҡартатайыбыҙ Сөнғәтулла Насип улы Ҡанһөйәров бала сағынан бик аҡыллы, тырыш, үҙ-үҙенә талапсан, ныҡыш бала булып үҫә. Әле лә ул күп уҡый, төрлө яҡлап белемен камиллаштырыуҙы бөгөн дә ташламай. Аҙ һөйләһә лә, һәр бер һүҙе төплө , мәғәнәле, уйланылған. Бәләкәй генә ауылда ғүмер итеүенә ҡарамаҫтан, барлыҡ яңылыҡтарҙы күҙәтеп, тормош менән бергә атлай ул.
Әсәйебеҙ Фәрҙиә Рәхмәтулла ҡыҙы менан 45 йыл бергә ғүмер итеп, ике ул үҫтерҙеләр. Улдарын намыҫлы, аҡыллы, эшһөйәр, тырыш, көслө рухлы итеп тәрбиәләнеләр. "Әсәйебеҙҙең аҡыллы кәңәштәрен, беҙгә ҡарата ышанысын, наҙын, һөйөүен тойһаҡ, атайыбыҙҙың һәр эште ентекле, еренә еткереп эшләүен күреп, фәһем алып үҫтек, тормошта ғәҙел булырға кәрәк тигән төшөнсә лә ата-әсәйҙең ыңғай йоғонтоһо арҡаһында үҫеште. Улар әле лә беҙгә оло үрнәк булып торалар, күптән инде үҙаллы йәшәһәк тә һаман атайыбыҙҙың кәңәштәренә ҡолаҡ һалабыҙ, ниндәйҙер ҙур эшкә тотонор алдынан иң беренсе ата-әсәйҙең фатихаһын һорайбыҙ,"- тиҙәр улдары.
Атайыбыҙ - ауылыбыҙҙың хөрмәтле аҡһаҡалдарының береһе, ауыл биләмәһенең ветерандар советы рәйесе. Ауылда үткән барлыҡ әһәмиәтле сараларҙың уртаһында ҡайнай, экологик өмә, обелиск эшләү һәм башҡа ауыл өсөн мөһим эштәрҙе башлап йөрөүселәрҙең береһе, ауыл һәм ауылдаштар мәнфәғәтен ҡайғыртыусы ла ул. Әсәйебеҙ - ғаилә усағын һаҡлаусы, атайыбыҙҙы һәр эшкә илһамландырып, уға ярҙам итеп тороусы, улар бер-береһенең уңыштарына һөйөнөп, беҙҙең шатлыҡ-ҡыуаныстарҙы бүлешеп ихлас йәшәйҙәр. Матур итеп донъя көткән ҡәҙерлеләребеҙҙең өйөн “Өлгөлө йорт” алтаҡтаһы биҙәй, йәштәргә үрнәк булырлыҡ тормош юлы үткән пар "Өлгөлө ғаилә" исеменә лайыҡ булды.
Ошо көндәрҙә беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙ Ҡанһөйәров Сөнғәтулла Насип улы үҙенең матур тормош байрамын билдәләй. Атайыбыҙҙы күркәм юбилейы - 70 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Атай, һин һәр ваҡыт балаларың өсөн юл күрһәтеүсе яҡты маяҡ, һинең аҡыллы кәңәштәрен, яғымлы ҡарашың, ышанысың беҙгә йәшәүгә көс бирә. Барлыҡ уңыштарыбыҙ ҙа, еңеүҙәребеҙ ҙә әсәйем менән беҙгә биргән тәрбиәгеҙҙең емеше.
Шатлыҡ-ҡыуаныстар, сәләмәтлек,
Йортобоҙҙо йылытыусы усаҡ,
Нур һибеүсе ҡояш һеҙ беҙгә!
Тыуған көнөң менән ҡайнар ҡотлап,
Беҙ теләйбеҙ ихлас күңелдән:
Бәхет-шатлыҡтарға күмелгән.
Һеҙ булғанға, атай, әсәй,
Нигеҙебеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Янығыҙсы, йондоҙ шикелле.
Сәстәрегеҙгә бәҫтәр ҡунһа ла,
Һеҙ бөгөн дә әле йәш беҙгә.
Бәхет-шатлыҡтарҙа, һаулыҡта
Йәшәгеҙ һеҙ парлы гел бергә!
Ҡотлау менан улдарығыҙ Рөстәм, Ислам, килендәрегеҙ Эльвира, Зилә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ Эльвина, Асҡар, Искәндәр, Данияр, Дамир.