Мораҙым
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
ҠОТЛАУҘАР
20 Август 2019, 14:47

Әнисә Бикбоваға ҡотлауҙар

Ошо көндәрҙә Тәүәкән ауылында тыуып үҫеп, Волостновка ауылында йәшәүсе һылыуыбыҙ Бикбова Әнисә Әхмәтғәли ҡыҙының 60 йәшлек күркәм юбилейы, уны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ.

Ошо көндәрҙә Тәүәкән ауылында тыуып үҫеп, Волостновка ауылында йәшәүсе һылыуыбыҙ Бикбова Әнисә Әхмәтғәли ҡыҙының 60 йәшлек күркәм юбилейы, уны ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ.
Һылыуыбыҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы уҡытыусы булып эшләне. Ул һәр ваҡыт үҙ эшенә бик яуаплы ҡараны. Кейәүебеҙ Шәфҡәт менән ҙур, күркәм өй һалып сыҡтылар, күпләп ҡош-ҡорт, мал-тыуар тоттолар, ике улдарына ла юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Туған йәнле лә ул беҙҙең Әнисә һылыуыбыҙ, кейәү менән матур итеп донъя көтәләр.
Беҙ уларға иҫәнлек-һаулыҡ, йән тыныслығы, оҙон ғүмер, аҡ бәхеттәр теләйбеҙ. Әнисә һылыуыбыҙ, тормошоң тик шатлыҡта үтһен, ғаиләңдән, балаларыңдан тик шатлыҡтар күреп йәшәүеңде теләйбеҙ.
Юбилейың ҡотло булһын,
Бәхеттәрең мул булһын.
Ҡартайма ла, ауырыма ла
Беҙҙән теләк һиңә шул.
Һинең күңел һандығында
Бәхет-шатлыҡтар тулһын.
Ғүмеркәйең аҡҡан һыуҙай
Туҡтауһыҙ оҙон булһын.
Бөтә туғандарың исеменән абзыйың Зәки, еңгәң Шәмсиә һәм уларҙың балалары.
Тәүәкән, Байыш ауылдары, Мәләүез ҡалаһы.
Читайте нас: