Волостновка ауылында йәшәүсе иң ҡәҙерле кешебеҙ – әсәйебеҙ, ҡатыным Бикбова Әнисә Әхмәтғәли ҡыҙын матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерле әсәйебеҙҙе күркәм байрамы менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Әсәй, күк йөҙөндәге ҡояш кеүек беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ!
Ҡәҙерле әсәйебеҙ! Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡыларын күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын,
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Ҡотлау менән тормош иптәшең, балаларың.