Ҡәҙерле әсәйебеҙ, апайыбыҙ, инәйебеҙ, өләсәйебеҙ Ҡолтаева Наилә Ғиниәт ҡыҙын күркәм юбилейы – 65 йәше менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Яратҡан кешебеҙҙе күркәм байрамы менән ысын күңелдән тәбрикләп, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Ғүмереңдең яҡты киләсәген
Алһыу таңдар аша ҡаршыла,
Юлдарыңда булһын гел шатлыҡтар,
Бәхет көтөп торһон ҡаршыңда.
Ҙур уңыштар юлдаш булһын,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек - ярты бәхет, тиҙәр.
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Ҡотлау ҡыҙҙары, кейәүҙәре, һылыуы мәүлиҙә, Әлибаевтар, Тураевтар ғаиләләре.
Өфө, Күмертау ҡалалары, Яҡшембәт ауылы, Көйөргәҙе районының Яманһары ауылы.