Бикбулатта бер генә магазин. Халыҡтың көнкүреш кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ-түлек менән даими тәьмин иткән магазин бында егерме йылға яҡын эшләй. Әлеге хужаһы Зөһрә Иршат ҡыҙы Тимербаева әйтеүенсә, халыҡ ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелә, нимә кәрәк заказға ла алып ҡайталар.
- Ауылда өлкәндәр күп, бөтәһе лә район үҙәгенә магазинға йөрөй алмай бит инде. Ауыл магазины һәр ваҡыт асыҡ, бөтә тәү кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек һатыуҙа бар, - ти ул.
Шуныһы ҡыуаныслы, таҙа ла, яҡты ла, йылы ла, бай ҙа, иң мөһиме - бында спиртлы эсемлектәр һатылмай.