"Айыҡ ауыл" республика конкурсында Күгәрсен районынан байтаҡ ауылдар ҡатнашты. Үрге Мөрсәләй финалға сығып, махсус призға лайыҡ булһа, Исем - 1, Сәлих -2 урындар яуланы. Бөгөн ошо ауыл ағинәйҙәре Бикбулатҡа тәжрибә уртаҡлашырға барҙы. Конкурс барышында нимәләргә иғтибар итергә, ниндәй йүнәлештәрҙе йәнләндерергә, нимәләр өҫтөндә эшләргә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алып, үҙҙәренең эш тәжрибәһе тураһында бәйән итте. Дөмбәй ауылы старостаһы Азамат Ҡотлогилдин да был юҫыҡта әһәмиәтле тәҡдимдәр индерҙе, айыҡлыҡ өсөн көрәшкә бөтә ауыл менән тотонғанда ғына еңеүгә өлгәшеп буламаҡ тип билдәләне.
Тулы мәҡәлә район гәзитендә булыр.