Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ғинуар 2023, 10:44

Ҡышҡы ғаилә уйындары еңеүсеһе кем?

Йомағужа ауылының "Иртөбәк" физкультура- һауыҡтырыу комплексында "Яңы йыл ғаилә уйындары"ның район этабы үтте.   

- Сәләмәт йәшәү рәүешен тотҡан ғаиләләрҙең күп булыуы ҡыуандыра. Ярыш бик ҡыҙыҡлы үтте. "Быйма менән сәкән һуғыу", "Ҡуласа менән йүгереү", "Теннис тубын сәкән менән йөрөтөү" кеүек уйындар үткәрелде.

Ҡар яуып торһа ла, кәйефтәр күтәренке булды. Йомағужа ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр артистары йыр-моң менән байытты.

Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлгөнә Абдуллина, мәғариф бүлеге начальнигы Рәсүл Әхмәтйәнов, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлек начальнигы Наил Әбдрәхимовтарҙың ҡатнашыуы мәртәбә өҫтәне. 

Еңеүселәрҙе диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнеләр. Уйындың республика этабында Әҡсәновтар ғаиләһе ҡатнашасаҡ, - тип хәбәр итә әүҙем авторҙарыбыҙҙың береһе Зәйтүнә Әбдрәшидова.

Ҡышҡы ғаилә уйындары еңеүсеһе кем?
Ҡышҡы ғаилә уйындары еңеүсеһе кем?
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: