Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Ноябрь , 10:55

Һары май

 Бөгөнгө көндә тулыһынса һау-сәләмәт кешеләр юҡ, тиһәң дә була. Был хәлдең сәбәптәре, әлбиттә, төрлө. Шулай ҙа һаулыҡҡа иң ныҡ йоғонто яһағаны – беҙҙең нисек туҡланыуыбыҙ. Көндәлек аҙыҡ-түлек менән күпме “химия” ҡабул итәбеҙ! Был хәлдән сығыу юлы – атай-әсәйҙәребеҙ ашаған ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү. Мәҫәлән, һары май. Уның файҙаһы һәр йәһәттән дә ифрат ҙур.  Һары майҙың организмға ни тиклем файҙалы икәнлеге хаҡында сайтта уҡығыҙ.

Һары май
Һары май

Беҙ бәләкәй саҡта аналгиндан башҡа дарыуҙы белмәнек тә, буғай. Әллә шул тиклем ныҡ, әллә әрһеҙ булғанбыҙ: тамаҡ ауыртһа ла, баш ауыртһа ла иң беренсе ярҙам – әсәй-өләсәйҙәрҙең шифалы үләндәре булды. Күбебеҙ көн һайын услап-услап  уҡ булмаһа ла, бер нисә төймә дарыу йота. Ни хәл итәһең: әле бер, әле икенсе ер ауырта. Ҡарт булһаҡ, бер хәл, үҙебеҙҙе сағыштырмаса йәш иҫәпләһәк тә, сәләмәтлек ҡаҡшап аптырата...

 Бөгөнгө көндә тулыһынса һау-сәләмәт кешеләр юҡ, тиһәң дә була. Был хәлдең сәбәптәре, әлбиттә, төрлө. Шулай ҙа һаулыҡҡа иң ныҡ йоғонто яһағаны – беҙҙең нисек туҡланыуыбыҙ. Көндәлек аҙыҡ-түлек менән күпме “химия” ҡабул итәбеҙ! Был хәлдән сығыу юлы – атай-әсәйҙәребеҙ ашаған ризыҡтарға өҫтөнлөк биреү. Мәҫәлән, һары май. Уның файҙаһы һәр йәһәттән дә ифрат ҙур.

Уның составындағы май кислоталары, углеводтар, A, D, E, PP витаминдары, антиоксиданттар, калий, кальций, фосфор, натрий, магний, тимер еңел һәм тиҙ үҙләштерелә.  Һары май үҙәк нервы системаһына ла яҡшы тәьҫир итә, хәтерҙе яҡшырта, фекерләү һәләтен яҡшырта, аш эшкәртеү ҡеүәтен арттырыу һәләтенә эйә. Холестерин күләмен күтәрмәһең, бауырға насар тәьҫир итмәһен өсөн самаһын белеп ашарға кәрәк. Зарарлы матдәләрҙең тәьҫиренән һаҡлай, уларҙы организмдан сығарыуға булышлыҡ итә.

 Әйткәндәй, һары майҙы косметологияла ла ҡулланалар. Ул тирене йомшарта, зарарлы матдәләрҙән таҙарта. Өләсәйҙәрҙең быуындар һыҙлағанда бер аҙ йылытылған һары майҙы тәнгә ыуғандарын да хәтерләйһегеҙҙер, моғайын.

 Һары майҙы эшләү ауыр түгел: бешкән һары майҙы талғын утта иретергә. Аҫтына ултырған төпрәһен айырырға. Әҙерәк тоҙ һалһаң, телде йоторлоҡ май килеп сыға.  Һары майҙы сейә, бөрлөгән, ҡарағат, ҡурай еләге менән дә эшләргә була.

 Баҡтиһәң, һары май һиндтарҙың өҫтәленән дә төшмәй икән. Индустар уны “гхи” тип атай һәм ҡояштың ҡайнар көсөн туплаған тип һанай.

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас в