Мораҙым
+24 °С
Ямғыр
Новости
19 Ноябрь 2022, 02:10

Сит балалар булмай

"20 ноябрь — бөтә донъя балалар көнө. Ошо датаны хоҙайбирҙиндар үҙенсәлекле итеп билдәләргә булды: олоһо ла, кесеһе лә тиҙ арала бүләктәр йыйып, Йомағужалағы “Самрау” балалар йорто тәрбиәләнеүселәрен ҡыуандырҙы. Был изге эшкә балалар баҡсаһы, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылары, ике шәхси магазин хужалары, ауыл хакимиәте ихлас ҡушылды. Ата-әсәләр ҡарауынан мәхрүм ҡалған, ДНР-ҙан килгән балалар уҡыу кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена әйберҙәре, хужалыҡ тауарҙары һәм төрлө тәмлекәстәр, емеш-еләк алып ҡыуанды",- тип хәбәр итә беҙгә Динара Әминева. 💫Донъялағы бөтә балалар ҙа һау-сәләмәт, ата-әсәле һәм бәхетле булһын! 💥Барыбыҙ ҙа беҙ бала-саҡ донъяһынан!

Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас