

Бөгөн Халыҡ-ара ололар көнө... Күгәрсен мәғлүмәт үҙәге коллективы ла ғәҙәттәгесә үҙенең ветерандарын ҡотланы. Район матбуғаты үҫешенә тос өлөш индергән апай-ағайҙарыбыҙҙы, инәй-бабайҙарыбыҙҙы уҙған йылдарҙағыса редакцияға ҡунаҡҡа саҡыра алмаһаҡ та, өйҙәренә барып ҡотлап, күстәнәстәр тапшырҙыҡ.
Әйткәндәй, беҙҙең ветерандарыбыҙ байтаҡ – әлеге көндә эшләп йөрөгәндәр менән бергә һанағанда - тиҫтә ярымдан ашыу. Уларҙың һәр ҡайһыһы оло хөрмәт һәм ихтирамға лайыҡ!
Байрам менән, апай-ағайҙар, инәй-бабайҙар!