Мораҙым
+21 °С
Болотло
Новости
3 Сентябрь 2022, 03:04

Яҡташыбыҙға - юғары награда

Рәсәй Президенты Владимир Путин арҙаҡлы яҡташыбыҙ - Башҡортостандың билдәле дәүләт эшмәкәре, Рәсәйҙең отставкалағы 2-се класлы ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле, сәйәсәт фәндәре докторы, профессор Илдус Илешевты почет грамотаһы менән бүләкләне. Ошо хаҡтағы бойороҡ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған. Сығышы менән Түбәнге Сирбай ауылынан булған Илдус Ғөбәйҙулла улы илдең тышҡы сәйәси курсын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн билдәләнде.  

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан алынды.

Яҡташыбыҙға - юғары награда
Яҡташыбыҙға - юғары награда
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас