Мораҙым
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2022, 08:51

"Ҡарағаттан ҡаҡ ҡойоғоҙ!"

Үрге Мөрсәләй ауылында йәшәгән беҙҙең әүҙем хәбәрсебеҙ, ауылдың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе Гүзәлиә апай Ҡотлогилдина ҡарағаттан тәмле итеп ҡаҡ ҡойған. "Башҡа емеш-еләктекенән айырмалы рәүештә ҡарағат ҡағы бик оҙаҡ һаҡлана, файҙалы ла күберәк", - ти ул.

Ҡарағат ҡағын шәкәр ҡушып та, ҡушмай ҙа ҡойорға була. Ҡояшта ныҡ кибеп, шөтөрләп китмәһен өсөн ҡарай-ҡарай торорға һәм ваҡытында төрөп алырға кәрәк. Оҙон ҡышҡы кистәрҙә тәмле ҡаҡ менән үлән сәйҙәрен эсеү ҙә үҙе бер ғүмер бит!

"Ҡарағаттан ҡаҡ ҡойоғоҙ!"
"Ҡарағаттан ҡаҡ ҡойоғоҙ!"
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: