Мораҙым
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2022, 15:03

Йәштәр һабантуйы гөрләй

 Үткән шәмбелә һабантуй яланын йәштәр гөрләтте. “КугарчиFEST” тип аталған күңел асыу сараһында ауыл биләмәләренең әүҙем ҡыҙҙары һәм егеттәре ҡатнашты.  Район йәштәрен бергә туплаған был сараның төп маҡсаты – йәш быуынды сәләмәт йәшәү рәүешенә, спорт менән шөғөлләнеүгә әйҙәүгә, тәбиғәттә ял итеүҙе файҙалы итеп ойоштороуға, бер-береһе менән аралашып, дуҫлаштырыуға, берләштереүгә ҡайтып ҡала.  Байрамға йыйылыусыларҙы район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Марат Исҡужин  ҡотланы һәм район һәм республика кимәлендә төрлө сараларҙа, йәмәғәт тормошонда әүҙем булған, йәштәрҙең ялын ойоштороуҙа хакимиәткә ярҙам иткән бер төркөм хеҙмәткәрҙәрҙе һәм йәштәрҙе рәхмәт хаттары менән бүләкләне.

Йәштәр һабантуйы гөрләй
Йәштәр һабантуйы гөрләй

Тантаналы бүләкләү өлөшө тамамланғас, йәштәр өсөн йыр-моң яңғыраны. Унан инде төп саралар – асыҡ һауала ял итеү өсөн туҡталған урын – бивак ҡулайлаштырыу, плакаттар, ҡул эштәре, милли ризыҡ күргәҙмәләре  конкурстары башланды.

Йәштәр өсөн шулай уҡ волейбол, гир күтәреү, армрестлинг, еңел атлетика, милли көрәш, арҡан тартыу, “саңғы ярышы”, масрестлинг буйынса ярыштар үткәрелде. Бынан тыш, ижади конкурста ла көс һынаштылар.

Урал ауыл советы биләмәһе йәштәре әҙерләгән майҙансыҡ башҡорт тирмәһе рәүешендә эшләнеүе, милли мәҙәниәтебеҙгә ҙур иғтибар биреүҙәре менән иғтибарҙы йәлеп итте.  Милли ризыҡтарҙан, ауыл оҫталарының ҡул эштәренән торған күргәҙмә айырыуса бай булды. Ҡунаҡтарҙы сағыу милли кейем кейгән ҡыҙҙар-егеттәр ҡымыҙ һәм ҡурай моңо менән ҡаршыланы. Бикбулат йәштәре милли рухлы булыуы менән айырылып торҙо. Нимә генә тиһәң дә, милләтебеҙҙең киләсәге – уларҙың ҡулында, милләт асылына ҡайтыу ҙа нәҡ йәштәр аша тәрбиәләнә.

Милли мәҙәнит һәм рухи мираҫ йылы темаһын улар тулыһынса асып бирә алды һәм дөйөм һөҙөмтәләр буйынса беренсе урын яуланы!

Йәштәр һабантуйы гөрләй
Йәштәр һабантуйы гөрләй
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: