Мораҙым
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2022, 09:25

Балаларҙың бәғерһеҙлеге шаҡ ҡатыра...

Был ҡурҡыныс видеояҙма интернет селтәре, социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар буйлап бик тиҙ таралды. Башҡортостандың бер районындағы балалар лагерҙарының береһендә ҡыҙҙар һуғышҡан. Дөрөҫөрәге, берәүҙе икәү туҡмаған. 

Балаларҙың бәғерһеҙлеге шаҡ ҡатыра...
Балаларҙың бәғерһеҙлеге шаҡ ҡатыра...

Балаларҙың уҫаллығы иҫте килтерә: улар ҡулдары менән ҡыҙыҡайҙың башына һуға, аяҡтары менән типкеләй. Береһе иһә меҫкен тиҫтерен башы менән тимер карауатҡа ҡуша һуғып ала... Шуныһы, яндарында тағы бер нисә малай бар. Улар ҡорбандың тәненә теләһә нимә төшөрәбеҙ тип янап, ҡурҡытып ултыра. 

“Был хәл 2022 йылдың 12 июлендә кискеһен була. "Магнитогорск металлургия комбинаты" балаларҙы һауыҡтырыу-белем биреү комплексы асыҡ акционерҙар йәмғиәте хакимиәте ошо эштәрҙе башҡарҙы: низағта ҡатнашҡандарҙың исем-фамилиялары асыҡланды, тәрбиәсенән, вожатыйҙарҙан аңлатмалар алынды, материалдар хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырылды, – тиелә лагерҙың "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге төркөмөндә. – Балаларҙың, конфликтта ҡатнашҡандарҙың ата-әсәләре менән эш алып барыла. Был осраҡты хоҡуҡ һаҡлау органдары тулыһынса тикшерер һәм ғәйеплеләр яза алыр тип ышанабыҙ”.

Республика Тәфтиш комитеты тикшереү ойошторған. Шундай фараз бар, йәнәһе лә  ҡыҙҙы малай арҡаһында туҡмағандар.

Фото: "Черное и белое" порталы. 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Автор:
Читайте нас: