Мораҙым
-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Июль 2022, 17:32

Афарин, дөмбәйҙәр!

Бер нисә көн элек кенә дөмбәйҙәрҙең спорт майҙансығын кәртәләү өмәһен үткәреп йөрөүҙәре тураһында яҙғайныҡ, бөгөн ҡатын-ҡыҙҙар дәррәү сығып буяп та ҡуйғандар.  

Афарин, дөмбәйҙәр!
Афарин, дөмбәйҙәр!

- Майҙансыҡты кәртәләү эшен иң беренсе булып ауылдашыбыҙ Янбулат Юнысов башлап ебәрҙе. Ул имән бағаналары өсөн т10 мең аҡса бирҙе. Изге эшкә башҡа ауылдаштарыбыҙ һәм ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ ҙа ҡушылды. Шулай итеп, тиҙ арала етерлек аҡса йыйылды. 1 июль көндө ауылыбыҙҙың егәрле ир-уҙамандары кәртәләп ҡуйғайнылар, ә бөгөн ауыл советы хәкимиәте буяу алып биргәс, ауылыбыҙҙың уңғанбикәләре буяп та ҡуйҙылар! - ти Фәймә Аҡъюлова ауылдаштары менән ғорурланып.

Афарин, дөмбәйҙәр!
Афарин, дөмбәйҙәр!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: