Мораҙым
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июнь 2022, 20:01

Ҡотлайбыҙ!

Бөгөн, Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бер төркөм алдынғыларға юғары наградалар тапшырҙы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, арҙаҡлы табип-генетик, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре докторы, профессор, Рәсәй Дәүләт думаһының 5-се һәм 6-сы саҡырылыш депутаты, билдәле йәмәғәт эшмәкәре Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаеваға бөгөн Салауат Юлаев ордены тапшырылды! Юғары наградаға лайыҡ булыуы менән милләтебеҙҙең арҙаҡлы ҡыҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Фото "Ҡоролтай" төркөмөнән алынды.

Ҡотлайбыҙ!
Ҡотлайбыҙ!
Автор:Айгөл Айытҡолова
Читайте нас: