Мораҙым
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2022, 16:13

Яратҡан эше менән бәхетле!

Шәмғиә Зәкәриә ҡыҙы Сәйетбатталова 1986 йылдан алып Сәйетҡол фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры булып эшләй.  Ул Эткөсөк (Яңауыл) ауылында тыуып үҫкән.

Яратҡан эше менән бәхетле!
Яратҡан эше менән бәхетле!

Ата-әсәһе Сәмиға Шакир ҡыҙы менән Зәкәриә Ибраһим улы Буранбаевтар бар ғүмерен колхоз-совхоз эшенә бағышлаған.  

Бына шул ваҡыттан алып Шәмғиә Зәкәриә ҡыҙы Бикеш һәм Сәйетҡол ауылдары халҡы һаулығы һағында тора. Әлеге көндә ул ике ауылда йәшәүсе 326 кешенең, шул иҫәптән 18 йәшкәсә 60 баланың һәм үҫмерҙең һаулығы өсөн яуап бирә.

 Тормош иптәше Әхәт Сәғитйән улы Сәйетбатталов менән 34 йыл татыу ғүмер кисерәләр. Өс ҡыҙ үҫтергәндәр: тң тәүге мөхәббәт емештәре - тормош иптәше менән Мәләүездә төпләнгән Әлфинә ата-әсәһен ике ейәнсәр менән һөйөндөргән, Айлинаға 12 йәш булһа, Дилә 6 йәшен тултырған. Икенсе ҡыҙҙары Алина ире менән Нефтекама ҡалаһында йәшәй. Ул да ике бала әсәһе, 8 йәшлек Камилла менән 4 йәшлек Радмиланы ла бәхетле өләсәй менән олатай һағынып көтөп ала. Өсөнсө ҡыҙҙары Гөлгөнә лә күптән инде үҙе әсәй, 7 йәшлек Морат исемле шуҡ, шаян ул үҫтерә.

Шәмғиә Зәкәриә ҡыҙын һәм, ғөмүмән, аҡ халатлыларҙың барыһын да һөнәри байрамдары менән ихлас  ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ- ҙур байлыҡ, ошо байлыҡ һеҙҙе лә, башҡаларҙы ла урап уҙмаһын!

Автор:Гульназ Саитбатталова
Читайте нас: